Асмолов театры
Асмолов театры — Дондағы Ростов театры; Таганрог проспектында (хәҙер — Будённый проспекты), 2000-се йылдарҙа эшләгән «Яңы тормош» баҙары урынында (Будённый проспекты, 40) урынлашҡан булған.
Театр Асмолова | |
Эшләй башлаған | |
---|---|
Ябылған | |
Театр бинаһы | |
Урынлашҡан | |
Етәкселәре | |
Баш режиссёр |
Синельников Николай Николаевич |
Тарихы
үҙгәртергә1882 йылда Ростов ҡалаһындағы тәмәке фабрикаһы хужаһы Асмолов Владимир Иванович[1] ҡала думаһынан Таганрог проспектында, Оло Баҡса урамы менән Тимерсе (хәҙер — Пушкин урамы) урамдары араһында, концерт залы төҙөргә рөхсәт ала. 1883 йылдың 19 октябрендә Асмолов театрында беренсе тапҡыр шаршау асыла. 38 йыл эшләгән дәүерендә театр үҙенең театр тамашасыларын булдырҙы, Дондағы Ростовты театр һөйөүселәр ҡалаһы итте. Оҙаҡ йылдар Асмолов театры иң күп тамашасылар һыйҙырған театр була. Хатта ҡалала тағы ла шундай уҡ һыйҙырышлы (мең тирәһе урын) залдар барлыҡҡа килгәс тә, Асмолов театры иң һыйҙырышлылар иҫәбендә ҡала. 1894 йылда театрға режиссёр итеп, ул осорҙағы билдәле театр эшмәкәре һәм актёр Синельников Николай Николаевичты саҡыралар. Бөтә урыҫ драматик классика тиерлек Асмолов театры сәхнәһендә ҡуйыла. Унда Синельников Николай Николаевич, Собольщиков-Самарин Николай Иванович, Марджанишвили Константин Александрович, Рощин-Инсаров Николай Петрович, Блюменталь-Тамарина Мария Михайловна, С. Кузнецов, Далматов Василий Пантелеймонович, Орлов-Чужбинин Яков Васильевич, Вульф Павла Леонтьевна, М. Юрьева, Н. Васильев, П. Муромцев һәм башҡалар сығыш яһай[2].
Асмолов үҙе башта үҙенең хеҙмәт емешен бик ярата һәм 1886—1887 йылдар миҙгелендә шәхси театр тота, ләкин бик уңышлы булмай. Ҡартая килә, бәлки ауырыуҙарҙан арығанлыҡтандыр, ул театрға һыуына һәм 1910 йылда уны һата. Театрҙың яңы хужаһы —присяжный вәкил Волькенштейн Лев Филиппович һәм Файн Иосиф Моисеевич, тоҡомдан килгән почетлы граждандар, Дондағы Ростовтың «Трамвай» акционер ойошмаһы вәкиле[2]. Үҙҙәре лә театр һөйөүсе булараҡ, улар Дондағы Ростовтың театр тормошона яңы дәрт өҫтәйҙәр.
Беренсе урыҫ революцияһы осоронда, ҡаланың башҡа бик күп театр биналары кеүек, театр митингтар һәм йыйылыштар урынына әйләнә. Октябрь революцияһы башланғас тыныс театр тормошо бөтә — 1918 йылда казактар төркөмө ҡарары менән театр «кәрәкмәгәнлектән» бөтөрөлә. Ҡалаға Ҡыҙыл армия килгәс театр тормошо яңынан аяҡҡа баҫа, 1920 йылдың ғинуарында уның сәхнәһендә беренсе совет спектакле «Ҡыҙыл хаҡлыҡ» ҡуйыла. 1Шул уҡ йылдың 7 мартында театр националләштерелә, 12 апрелдән башлап халыҡ мәғариф комиссары Луначарский Анатолий Васильевич исемен йөрөтә башлай. Һуңғы тапҡыр Асмолов театрында шаршау 1920 йылдың ноябрендә асыла. 28 ноябрь төнөндә бинаны ут ялмап ала; янғында бөтә декорация, реквизит, костюмдар, шулай уҡ артистарҙың шәхси әйберҙәре янып юҡҡа сыға. Бынан һуң театр тергеҙелмәй, ә уның труппаһы, яңы нарком Луначарский исеме менән, Машонкиндар театрына эшкә күсә, ошонан һуң был театр Дондағы Ростовтың баш театрына әйләнә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- В. Сидоров. Энциклопедия Старого Ростова и Нахичевани-на-Дону. Ростов-н/Д, 1993.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Театр Асмолова. Ростов-на-Дону. 2017 йыл 18 ғинуар архивланған.
- История театров Ростова-на-Дону