Арыҫлан күпере (Санкт-Петербург)
Арыҫлан күпере — Грибоедов каналы аша йәйәүлеләр күпере, Санкт-Петербург ҡалаһының Адмиралтейство районында урынлашҡан, Ҡазан һәм Спас утрауҙарын тоташтырып тора. XIX быуаттың беренсе сирегендәге күренекле күпер төҙөү архитектураһы һәйкәле[1]. Петербургта һаҡланып ҡалған өс сылбырлы аҫылмалы күперҙәрҙең береһе (Банк һәм Почтамт күпере менән бер рәттән).
Арыҫлан күпере | |
Нигеҙләү датаһы | 1826 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Төҙөүсе-инженер | Треттер, Вильгельм[d] |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Грибоедов каналы |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Оҙонлоҡ | 27,8 метр |
Арыҫлан күпере Викимилектә |
Урынлашыуы
үҙгәртергәКүпер Арыҫлан тыҡрығы менән Подьяческий урамын тоташтырып тора.
Ағымдан өҫтәрәк Подьяческий күпере, аҫтараҡ — Харламов күпере тора.
Яҡын метрополитен станциялары (1 км) — «Баҡса», «Сенная майҙаны», «Спасский».
Исеме
үҙгәртергәСуйын күперҙең дүрт мөйөшөнә П.П. Соколов эшләгән дүрт арыҫлан скульптураһы ҡуйылған. Исем дә тап ошо скульптураларға бәйләп бирелгән[2]. 1912 йылдарға тиклем уны Мариинский (Арыҫлан тыҡрығының элекке атамаһы буйынса) һәм Театр йәйәүлеләре күпере (янында торған Театр майҙанының атамаһы исеменән) тип йөрөткәндәр. Ҡайһы саҡ «Арыҫлан» атамаһына «йәйәүлеләр», «йәйәү», «сылбырлы» тигән өҫтәмәләр ҙә ҡушҡандар, әммә һөҙөмтәлә хәҙерге атамаһы нығынған[3].
Тарих
үҙгәртергәЕкатерина районына халыҡтың күпләп күсеп ултырыуы арҡаһында күпер төҙөүгә ихтыяж артҡан[4]. Инженер Г. М. Треттер һәм В. А. Христианович күперҙең проектын төҙөгәндәр[5]. Бер үк ваҡытта Банк каналы аша икенсе йәйәүлеләр күперенең дә проекты төҙөлгән. 1825 йылдың 18 февралендә ике проект та раҫлана, шул йылдың йәйендә үк күпер төҙөү башлана[6]. Шул уҡ йылдың октябрендә эште тамамлау планлаштырыла, әммә күперҙең металл өлөштәрен йыйыуҙа тотҡарлыҡтар килеп тыуыу арҡаһында эштәр 1826 йылдың яҙында башлана. Күперҙең таяныс бағаналарын урынлаштырыу өсөн башта ярҙың бут менән ҡапланған өлөшө һүтелә (гранит йөҙлөгөн һүтмәй ҡалдырғандар)[4]. Металл һәм суйын өлөштәрен Берд заводында әҙерләгәндәр һәм шунда уҡ төҙөлөш элементтарын бер урынға йыйып ҡуйғандар[6]. 1826 йылдың 1 июлендә күпер хәрәкәт өсөн асыла[4].
Арыҫландар скульптураларын академик П. П. Соколов башҡарған. 1825 йылдың майынан сентябренә тиклем модель төҙөү өҫтөндә эш дауам итә, шулай уҡ скульптор тарафынан алебастр формалар ҙа эшләнгән була[1]. Скульптураларҙы башта баҡырҙан сүкеп эшләргә уйлайҙар, һуңынан уларҙы суйындан Александровский заводында ҡоялар[1][7]. Арыҫлан скульптураларын тоноҡ аҡ мәрмәр төҫөнә буяғандар.
1882 йылда күперҙең бөтә ағас өлөштәре алмаштырыла, суйындан ҡойолған ҡойма тотҡалҡалары бик ябай итеп сүкелгән тимер тотҡалҡалар менән алмаштырыла, күпер уртаһында торған фонарҙары һүтеп алына[8][9]. Каналының уң яры гранит таштар рәтенә күтәртеп ҡуйыла, шул уҡ ваҡытта пьедесталдағы арыҫландарҙың һындары һәм күперҙең сылбырҙары ла өҫкәрәк күтәртелеп ҡуйыла[10].
1948 йылда инженер М. А. Яновский проекты буйынса реконструкциялайҙар, ағас буйҙарын металл менән алмаштыралар[6]. 1954 йылда күперҙең ҡойма рәшәткәләрен һәм фонарҙарын алмаштырып ҡуялар, тәүге проект буйынса арыҫландарҙың өҫтөн аҡ мәрмәргә оҡшаған буяу менән ҡаплайҙар[4]. Күперҙең ҡоймаларын яңыртыу буйынса эштәрҙе реставрациялауҙы, фонарь һәм торшерҙарҙың баштағы буяуҙарға оҡшатып буяуҙы Махсус ғилми-реставрация производство оҫтаханаһы архитекторы А. Л. Ротач проекты һәм Ф. Г. Перлина техникаһы буйынса башҡаралар[6][11].
1999—2000 йылдарҙа АО «Стройпроект институты» күпергә капиталь ремонт эшләй: арыҫландарҙың фигуралары реставрациялана, күперҙең таяу бағаналары алмаштырыла[12]. 2018 йылда арыҫлан фигураларын реставрациялау эштәре тамамлана[13][14].
Конструкцияһы
үҙгәртергәОҙонлоғо буйынса бер аралы күпер, сынйырҙары декоратив роль уйнай. Аралыҡ ҡоролмалары ике иретеп йәбештерелгән түбән легирләнгән ҡорос балкаларҙан тора. Күпер сылбырҙары өлөшләп тарттырылып ҡуйылған һыҙат менән бүленеп тоташҡан[12].
Пилондары функцияһын биҙәлгән суйын рамлы скульптуралар үтәй. Улары анкер болттар менән күпер башындағы массив суйынплитәләр менән баҫтырылған ағас нығытмаға беркетелгән[15][5]. Пилондар аҫтында монолит тимер-бетон плиталар суйын скульптура пьедестал сиктәрендә төҙөлгән[12]. Сынйырҙар киҫелеше түңәрәк металдан тора.
Күпер башында суйын пьедесталдарҙа арыҫландар скульптуралары урынлаштырылған. Ҡойма тотҡалҡалары художестволы ҡойоп эшләнгән, улар өҙлөкһөҙ ялғанған селтәрҙәрҙән ғибәрәт[7]. Бындай һүрәт Петербургтың башҡа күперҙәре (мәҫәлән, Иоанновский күпере) ҡоймаларында ла урынлаштырылған. Күпер уртаһындағы ҡойма кәртәләрендә ике күп ҡырлы бай биҙәлгән фонарь суйын таяу-терәктәрҙә күтәртеп ҡуйылған. Күперҙең ҡайһы бер деталдәре (биҙәктәр һәм ҡойма шарҙары, фонарь өлөштәре) алтын менән ялатылған.
Ҡоймалары араһында күперҙең киңлеге — 2,28 м, күпер оҙонлоғо — 22,44 (27,8) м, сылбырҙарының күсәре араһы — 2,42 м[16][17][18]. Күперҙең өҫкө өлөшөнөң япмаһы — ағас түшәлмә.
Галереяһы
үҙгәртергә-
Күпер ҡала пейҙажына яраҡлашҡан
-
Хәҙерге күренеше. Күпер скульптуралары
-
Төнгө күренеш
-
Скульптура өлөшө
-
Күпер перспективаһы
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Кочедамов, 1959, с. 220
- ↑ Почему так названы?, 1996
- ↑ Ерофеев А. Д., Владимирович А. Г. Петербург в названиях улиц. Происхождение названий улиц и проспектов, рек и каналов, мостов и островов. — СПб.: АСТ, 2009. — 752 с.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Кочедамов, 1959
- ↑ 5,0 5,1 РГИА. Ф. 1487. Оп. 4. Д. 273
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Мосты Ленинграда, 1986
- ↑ 7,0 7,1 Мосты Ленинграда, 1986, с. 196
- ↑ Петров А.Н. Памятники архитектуры Ленинграда. — Л.: Стройиздат, Ленингр. отд-ние, 1972. — С. 439. — 498 с.
- ↑ Степнов, 1991
- ↑ Отчет С.-Петербургской городской Управы за 1882 год. — СПб., 1883. — С. 306—307, 311.
- ↑ Об утверждении охранного обязательства Собственника или иного законного владельца объекта культурного наследия федерального значения “Мост Львиный”, включенного в единый государственный реестр памятников культурного наследия народов Российской Федерации . Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры (10 октябрь 2017). Дата обращения: 19 октябрь 2019. 2021 йыл 28 ғинуар архивланған.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Львиный мост через канал Грибоедова 2015 йыл 9 июль архивланған.//АО "Институт «Стройпроект»
- ↑ Завершены работы по реставрации 4х скульптур львов на Львином мосту через канал Грибоедова 2019 йыл 23 октябрь архивланған.// ООО "РМ «Наследие»
- ↑ Осуществление комплекса мероприятий по реставрации музейных предметов: 4-х скульптур львов (инв. № 43/1-4) расположенных на Львином мостике через канал Грибоедова Санкт-Петербурга(недоступная ссылка)// Единая информационная система в сфере закупок
- ↑ Мосты Ленинграда, 1986, с. 195
- ↑ Мосты и набережные Ленинграда, 1963, с. 104
- ↑ Мосты Ленинграда, 1986, с. 194
- ↑ Степнов, 1991, с. 308
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 330. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
- Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 468. — 511 с.
- Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
- Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах. — Л.: Лениздат, 1971. — 192 с.
- Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
- Кочедамов В. И. Цепные мосты в Петербурге первой четверти XIX века // Архитектурное наследство. — Л., 1959. — № 9. — С. 209—220.
- Тройницкий С. Н. О цепных мостах Петербурга // Старые годы. — 1907. — С. 96—99.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Львиный мост //СПб ГБУ «Мостотрест»
- 2019 йыл 6 сентябрь [https://web.archive.org/web/20190906121625/http://www.encspb.ru/object/2804006210 архивланған. Львиный мост] //Энциклопедия Санкт-Петербурга