Архитектор Болдырев йорто (Новочеркасск)

Архитектор Болдырев йорто — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһының Ҡыҙыл Армия урамы, 18-се йорт[1].

Иҫтәлекле урын
Архитектор Болдырев йорто (Новочеркасск)
Архитектор Болдырев йорто
Ил Россия
Ҡала Новочеркасск, Ҡыҙыл Армия урамы, 18
Төҙөүсе архитектор Сергей Иванович Болдырев
Нигеҙләнгән 1905 йыл

Ҡоролмаларҙың проект авторы һәм хужаһы архитектор Болдырев Сергей Иванович булған. Ул - һөнәре буйынса инженер-төҙөүсе. Үҙ эшмәкәрлеге менән бәйле 1900 йылда сыҡҡан «Дон Ғәскәре өлкәһенең иҫтәлекле китабында» телгә алына. Сергей Иванович титуляр советник вазифаһын биләй, һуңғараҡ надворный советник булған. Ул Ғәскәри Вознесенский кафедраль собор төҙөү комиссияһының ағзаһы була, ғибәҙәтхана 19031905 йылдарҙа төҙөлгән һәм 1905 йылда асыла[2]. Билдәле булыуынса, Красноармейская урамында 15-се йортта йәшәгән генерал Белявский менән уны туғанлыҡ ептәре бәйләгән. Болдырев 1905 йылда төҙөлгән элекке Рус-Азия банк бинаһы (хәҙер Пионерҙар йорто) архитекторы булараҡ билдәле.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, архитектор 25 самаһы ҡала йортон һәм, шул иҫәптән, 1905 йылда төҙөлгән Красноармейская урамындағы 18-се йортто проектлаған. 1914 йылда йортҡа төкәтмә төҙөлгән, унда Надежда Васильевна Сальникова йәшәгән. Уның ире Г. М. Сальников 1938 йылда репрессиялана[3].

1992 йылда йорт архитектура ҡомартҡыһы һәм төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылды. Шулай уҡ был йорт адресы буйынса уның тәүге хужаһының ейәнсәре — Болдырева Татьяна Борисовна йәшәгән.

Тасуирлама

үҙгәртергә

Ике ҡатлы бина[4], декоратив биҙәлеше буйынса, ул заманда төҙөлгән йорттарҙан айырылмай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә