Архипова Татьяна Сергеевна

Архипова Татьяна Сергеевна (1967)[1] — Рәсәйҙең мәҙәниәт өлкәһендә менеджеры, 2014 йылдан — Санкт-Петербургтың Ҙур драма театры директоры[2].

Архипова Татьяна Сергеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 ноябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө директор театра
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Татьяна Архипова А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының социология факультетын тамамлай[3].

1990-сы йылдар башында «5 канал» дәүләт телерадиокомпанияһында (хәҙерге ТРК «Петербург — 5 канал») карьераһын башлай. 1994 йылда Санкт-Петербургта Хосе Каррерастың концерты менеджеры була[4].

1995 йылдан 2005 йылдар буйынса Владимир Кехман контролендәге Рәсәй баҙарына эре емеш-еләк импортсыһы JFC компаниялары төркөмө хеҙмәткәре. Архипова персонал буйынса директор һәм маркетинг һәм PR буйынса директор позицияларын бергә алып бара[5].

Татьяна Архипова 2005 йылдан 2007 йылдар буйынса «ТНТ — Санкт-Петербург» телеканалын етәкләй[6]. Уның етәкселегендә ТНТ-ның Петербург бүлеге үҙ телепроизводствоһын ойоштора, каналдың рейтингы 2007 йыл башында рекордлы билдәләргә етә[7].

2007 йылдың майында Владимир Кехман Михайловский театрының генераль директоры итеп тәғәйенләнә. Уның артынса Татьяна Архипова ла театрға генераль директорҙың беренсе урынбаҫары вазифаһына эшкә килә[8]. 2014 йылға тиклем был вазифала эшләй.

2014 йылдың майында Архипова Ҙур драма театры директоры булып китә[9]. 2017, 2020 һәм 2021 йылдарҙа «Деловой Петербург» гәзите версияһы буйынса Санкт-Петербургтың иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә индерелә[10][11][12].

Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышының Рәхмәт хатына лайыҡ була (2019)[13].

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Назначен новый директор БДТ им. Г.А. Товстоногова. БДТ.
  2. Новым директором БДТ станет бывшая замгендиректора Михайловского театра. NEWSru.com.
  3. Новости | Факультет социологии Санкт-Петербургского государственного университета. soc.spbu.ru. 2016 йыл 14 август архивланған.
  4. Архипова Татьяна Сергеевна. Деловой Петербург: Кто есть кто.
  5. Colta.ru. Директором БДТ станет Татьяна Архипова.
  6. Вести.ру. Бывшая глава ТНТ в Петербурге стала директором БДТ.
  7. AdLife: «ТНТ-Петербург» стал привлекательнее для рекламодателей 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. Театру добавят опыта из ТВ. Деловой Петербург.
  9. Назначен новый директор БДТ им. Г. А. Товстоногова. 13 мая 2014
  10. Влиятельные женщины-2017. story.dp.ru. Дата обращения: 21 июль 2017.
  11. Влиятельные женщины - 2020. story.dp.ru. Дата обращения: 6 март 2020.
  12. Влиятельные женщины Петербурга — 2021. Дата обращения: 22 март 2021.
  13. Об объявлении Благодарности Законодательного Собрания Санкт-Петербурга сотрудникам Федерального государственного бюджетного учреждения культуры "Российский государственный академический Большой драматический театр имени Г.А.Товстоногова" | Законодательное Собрание Санкт-Петербурга. www.assembly.spb.ru. Дата обращения: 20 март 2019. 2019 йыл 20 март архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә