Артиллерия ҡурғаны

Артиллерия ҡурғаныДондағы Ростов ҡалаһына ингән урында мемориаль комплекс (Оло Салы ауылынан 2 километр алыҫлыҡта), унда 1941 йылдың ноябрендә Советтар Союзы Геройҙары Сергей Андреевич Оганов һәм Сергей Васильевич Вавилов етәкселегендә артиллеристар батырлыҡ күрһәтә[1]. Комплекс тимер бетон постаментҡа ҡуйылған танкыға ҡаршы 76-мм пушканан ғибәрәт, постамент алдында дүрт пилон ҡуйылған, унда Дондағы Ростовта һуғыштарҙа ҡатнашҡан хәрби берләшмәләр һәм частар яҙылған. Һәйкәл 1972 йылдың 8 майында асыла, һәйкәлдең авторы һәм архитекторы — Э. Калайджан[1] 1975 йылдың 8 майында мемориаль комплекс ҙурайтыла, монументҡа Леонид Брежневтың сәләмләү һүҙҙәре менән таш куб өҫтәлә, бөтә комплекс «Ростов өсөн алыш геройҙары» тип атала башлай.

Артиллерия ҡурғаны
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Большие Салы[d]
Урын Большие Салы[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Артиллерия ҡурғаны Викимилектә

Батырлыҡ

үҙгәртергә

1941 йылдың көҙөндә немец ғәскәрҙәре Төньяҡ Кавказға үтеп инә. Танк һөжүме 17 ноябрҙә башлана, Дон далаларында ҡан ҡойошло оборона һуғыштары башлана. Дошман һөжүмен кире ҡаҡҡанда артиллерия частары һәм 56-сы армия подразделениелары айырым роль уйнай. 17-19 ноябрҙә лейтенант Сергей Андреевич Оганов етәкселегендәге батарея батырлыҡ күрһәтә. Артиллеристар хәҙер Артиллерия ҡурғаны тип аталған Оло Салы ауылынан бер нисә километр алыҫлыҡтағы Бербер-Оба бейеклегендәге позицияны биләй, улар өс көн дауамында позицияларҙы алмаштырып һәм туранан-тура наводка менән орудиены тәгәрләтеп сығарып, гранаталар һәм яныусы ҡатнашмалар ҡулланып, дошман танкылары һөжүмен кире ҡаға[1] . Барыһы 20-нән ашыу немец танкы юҡ ителә. Батарея командиры Оганов һәм комиссар Вавилов үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Батырҙар һәм уларҙың хәрби иптәштәре Оло Салы ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[1] .

Монументта уйып яҙылған хаттан

үҙгәртергә
1941 йылдың көҙөндә Ростов өсөн алыштар тарихи була, беҙҙең Ҡыҙыл Армия оборонанан һөжүмгә күсә. Һеҙҙең тарафтан төҙөлгән һәйкәл киләһе быуындарға Ленин партияһы саҡырыуы буйынса Тыуған илен дошмандарҙан яҡлаған ата-бабаларының батырлығы тураһында хәтерләтеп торасаҡ. Халыҡ хәтерендә уларҙың батырлығы бер ваҡытта ла юйылмаясаҡ


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Общая редакция В.А. Голикова. Подвиг Народа. Памятники Великой Отечественной войны 1941-1945. — Москва: Издательство политической литературы, 1980. — С. 257-259.

Һылтанмалар

үҙгәртергә