Ариадна ― рус яҙыусыһы А. П. Чеховтың 1895 йылда яҙылған хикәйәһе.

Ариадна
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1895

Баҫмалары

үҙгәртергә

Хикәйә тәүге тапҡыр «Урыҫ фекере» («Русская мысль») журналында 1895 йылдың декабрендә баҫыла.

Тәүге әҙер әҫәр «Артист» журналында баҫтырыуға тәғәйенләнгән була, ләкин 1895 йылдың 13 мартында Вукол Лавров Чеховҡа ул журналдың бөлөүе тураһында яҙа һәм хикәйәһен «Урыҫ фекере» журналында баҫтырырға рөхсәт һорай. Башта Чехов икеләнә. "Урыҫ фекере"нә ярамаҫтыр тип уйлайым. Уҡы, зинһар, һәм Виктор Александровичтың да уҡыуын үтен. Әгәр минең менән риза булһағыҙ, хикәйәне миңә кире ҡайтарығыҙ, әгәр риза булмаһағыҙ, тиҙҙән ебәрәсәк тағы бер хикәйәмде («Үлтереү») баҫтырмаҫ элек, быныһын сығармағыҙ. Лавров 12 апрелдә, хикәйә «кинәнес менән» баҫылып сығасаҡ, тип яуап бирә. Һуңғараҡ ул иҫләүенсә, Чехов, «үҙенә талапсан булғанлыҡтан», "Ариадна"ны баҫтырмауҙы үтенгән булһа ла: «Беҙ хикәйәне уҡыныҡ, һәм, әлбиттә, автор фекере менән килешмәнек» тип яҙған.

Чехов, ҙур булмаған үҙгәртеүҙәр өҫтәп, «Ариадна» хикәйәһен Адольф Маркс 1899―1901 йылдарҙа нәшер иткән әҫәрҙәр йыйынтығының 9 томына индерелгән.

Одессанан Севастополгә китеп барғанда, хикәйәсе пароход бортында Иван Шамохин исемле кешене осрата, һәм Иван үҙенең Ариадна Котлович исемле ҡатынға мөхәббәте тарихын һөйләй. Башта Ариаднаның сибәрлегенән, нәзәкәтлелегенән, башҡаларға башҡаларға оҡшамағанлығынан, тапҡырлығынан һәм аҡылынан башын юғалтҡан ул, ҡатын уның өсөн камиллыҡ кәүҙәләнеше булып тора. Яйлап ҡына ҡатындың һоҡландырғыс ылыҡтырыу һәләте артында ысынында ығы-зығы һәм һалҡынлыҡ йәшеренгәнлеген аңлай ул. Шундай һөйкөмлө һәм изгелексән йәш кешенең һис шикһеҙ үҙенә ғашиҡлығы ҡәнәғәтләнеү килтергәнлектән, Ариаднаға Шамохин менән күрешеү оҡшай. Иргә был ҡатындың һоҡланыуынан ҡотолорға тырышыуы файҙаһыҙ: ул тулыһынса Ариаднаның йоғонтоһо аҫтында була… Шул уҡ ваҡытта Ариадна, үҙе ҡасандыр уның тәҡдименән баш тартҡан һәм (һуңғараҡ билдәле булғанса) бының өсөн үҙен ғәфү итә алмаған, «хәлле, ләкин бөтөнләй әһәмиәтһеҙ» кенәз Мактуев тураһында уйлай.

Ариадна Рәсәй ауыл төпкөлөнә, (йәки ул уны нисек ҡабул итһә, шуға) уның фәҡирлегенә ерәнеп ҡарай. Ул өйләнгән ир Лубков менән Европаға ҡасып китә. Шамохин өмөтһөҙ дәртенән ярылырҙай хәлдә, әммә шуға ҡарамаҫтан Опатияла туҡтаған ошо ике парға ҡушылырға ризалаша. Ариадна һәм Лубков менән Көньяҡ Европа буйынса сәйәхәт иткәндә, уға бер мәлдә ҡот осҡос аңлау килә: уның һөйгәнен, алдаҡ, яһалма тормош алып бара, ә уның берҙән-бер мотивацияһы булып уға барыһының да һоҡланыуы кәрәклеге тора. Сәйәхәт иткән ваҡытта үҙенең һөйгәненең һәм күрә алмаған кешеһенең һөйәркә булғандары мәғлүм булғас, Шамохин уларҙан ҡасып китә, һәм атай йортона ҡайта. «Тоғролоҡһоҙ» Лубков ҡатынды ҡалдырып киткәндән һуң, «ташланған Ариадна» Шамохинды тағы үҙенә саҡыра. Улар физик яҡтан яҡынаялар, Шамохиндың инде ике тапҡыр поместьеһын залогҡа һалған атаһының Рәсәйҙән ебәргән аҡсаһын туҙҙырып, сәйәхәттәрен дауам итәләр.

Һуңғараҡ хикәйәләүсе парҙы Ялтала осрата. Ариаднаның Рәсәйгә ҡайтыуының берҙән-бер сәбәбе — унда принц Мактуевты осратыу теләге икәне асыҡлана. (Эмоциональ яҡтан тулыһынса бушап ҡалған) Шамохин хисле итеп былай ти: «Раббым… әгәр уның кенәз менән мөнәсәбәте яҡшырһа, был бит азатлыҡ, ул саҡта мин ауылға, атайыма ҡайтып китә алам!»

Цитаталары
  • «Беҙ шул саҡлы интеллигентлы, бик мөһим, беҙ фәҡәт хәҡиҡәт яҡлы һәм бары тик юғары тәртиптәге мәсьәләләрҙе генә хәл итә алабыҙ. Урыҫ актёры тыйнаҡһыҙлана белмәй, ул водевилдә лә тәрән фекерҙе сағылдыра; беҙ ҙә шулай: юҡ-бар тураһында һөйләргә тура килгәнлектән, беҙ уны юғары ҡараштан сығып аңлатабыҙ. Был етешһеҙлек — ҡыйыулыҡ, ихласлыҡ һәм ябайлыҡ етмәүҙән.» (Шамохин урыҫтар тураһында)
  • «Йыш ҡына, уның ашағанын йәки йоҡлағанын, үҙенең ҡарашында бер ҡатлылыҡ сағылдырырға тырышыуын күреп, мин, ни өсөн уға аллаһы тәғәлә был ғәжәйеп сибәрлекте, һығылмалыҡты биргән икән, тип уйлайым? Бары тик түшәктә аунау, ашау һәм алдау, бер туҡтамай алдашыу өсөн генә микән?» (Шамохин Ариадна тураһында)
  • «Беҙ, ир-егеттәр, уларҙың азатлығын хәстәрләгән булабыҙ, ләкин улар бөтөнләй азат булырға теләмәй, һәм ирек теләгән булып ҡыланалар ғына. Ҡот осҡос хәйләкәр, ҡурҡыныс хәйләкәр улар!» (Шамохин ҡатын-ҡыҙҙар тураһында)

Тәнҡитселәр фекере

үҙгәртергә

Хәҙерге заманда Чеховтың классик әҫәре тип танылған был хикәйә буйынса яҙыусының замандаш тәнҡитселәре һүлпән фекерҙә булған. «Яңы ваҡыт» гәзитенән Виктор Петрович Буренин әҫәрҙе мәғәнәһеҙ һәм «бөгөнгө модалы идеялар»ҙың уңышһыҙ аңлатмаһы, тип иҫәпләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә