Аракүл Шихандары
Аракүл Шихандары (Шихан) — Урта Уралдың иң көньяҡ һәм иң иң юғары (40 м күберәк) гранит ҡая массивтары.
Аракүл Шихандары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кәҫле районы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 563 метр |
Аракүл Шихандары Викимилектә |
Силәбе өлкәһендәге Үрге Өпәле ҡалаһы янында һәм Силач ҡасабаһы станцияһынан көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Эргәлә тау араһындағы уйпатта Аракүл күле.
Аракүл Шиханы, ғәҙәттә Шихан тип кенә йөрөтөлә. «Шихан» топонимы төрки сығышлы — түбәһендә ҡаялар теҙелгән тауҙар. Аракүл тауы күлдең көньяҡ-көнбайышында ҡалҡып тора. Тауҙың бейеклеге диңгеҙ кимәленән — 563 метр, күл кимәленән — 262 метр.
Аракүл Шихандары мөһабәт. Таштарҙа ялғаш, бронза һәм тимер быуатында йәшәгән боронғо тораҡтарға оҡшаған. Был мөғжизә һыу һәм елдең меңйыллыҡтарға һуҙылған туҡтауһыҙ эше һөҙөмтәһе.
Аракүл Шихандары төньяҡтан көньяҡҡа 2 км-ҙан ашыуға һуҙылған ҡаялар сылбыры[1]. Сынйырҙың максималь киңлеге 40-50 метр, ер өҫтөнән иң бейек урыны — 80 метрлыҡ Чемберлен түбәһе. Түбәнән барлығы 11 күл күренә. Аракүлгә ҡараған көнсығыш яғы үҙенең бар һуҙымында ер өҫтөнән яҡынса 30-40-60 метр бейеклектә. Бында ҡаяға үрмәләү буйынса ярыштар уҙғарыла). Көнбайыш битләүе күпкә түбәнерәк (15-20 м) һәм һөҙәгерәк.
Ҡаяларҙың исемдәре: Тауыҡ, Ташбаш, Ҡарсыҡ, Ус.
Шихандың тағы бер үҙенсәлеге — күп һанлы таш туҫтаҡтар. Йәй көндәре уларҙа хатта һыу инергә лә була. Был туҫтаҡтар боронғо ата-бабаларҙың гел бер урында усаҡ яғыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тип фаразлайҙар. Археологтар туҫтаҡтар эргәһендә күмер һәм көл тапҡан. Аракүлдән Шихандарға һумаҡ буйлап барыла.
2000-се йылдарҙа Е. В. Тидеман еиәкселегендә археологтар Аракүл һәм Аракүл Шихандарының тир-яғын тикшерә. Археологик разведка барышында боронғо кешеләрҙең тораҡтары, йәшәү урындары табылған. Был урында энеолиттан алып урта быуаттарға тиклемге ике йөҙгә яҡын ҡомартҡы табыла. Һунарсылар һәм балыҡсылар туҡталҡа һәм тораҡтары күл буйында күп. Наиболее интересны археологические памятники на Аракүл Шихандарында иртә тимер быуаты археологик ҡаҙылмалар табыла. Ата-бабалар ҡаяларҙа ғибәҙәт урындары булдырған.
Керамика, иретеү формаларынан һәм хайуан һөйәктәре фрагменттарынан тыш, ғалимдар культ һәйкәле — менгир (Урта Шихан V) тапҡан. Ул 1 метр бейеклектәге вертикаль торошло айырым таштан ғибәрәт, ҡая ҡырасынан көнсығышта урынлашҡан. Менгирҙы өҫтәмә рәүештә эшкәрткәндәре күренә: биле һәм тигеҙ аралы 4 киртеге бар. Ғалимдар менгир ниндәйҙер бер сикте күрһәткәндер тип иҫәпләй. Ғәҙәттә менгирҙар зыяраттар сигендә ҡуйыла торған булған.
2000 йылда ғалимдар В.Н. Широков һәм Г. В. Шаройкин менгирҙан 125 метр көньяҡҡараҡ Аракүл яҙыуы (писаница) тапты. Шуға тиклем боронғо ҡая яҙыуын бер кем дә шәйләмәгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтә урал яҙыуҙары ла йылға ярҙарында урынлашҡан. Был яҙыу һыуҙан байтаҡ ары урынлашҡан. Ике фигура: рәшәткәле билдә ҡалдығы (16x35 см) һәм антропоморф һын (15×35 см).
2006 йылда Аракүлгә спелеоархеолог В. И. Юрин килә, ҙур булмаған 11 мәмерйә объектын һәм 6 мегалиттарҙы хәтерләтеүсе объектты тасуирлай.
Ипкен буйлап түбәнгәрәк — Кесе Шихан. Бында ҙур таш туҫтаҡ иғтибрҙы йәлеп итә.
Л. П. Сабанеев Аракүл Шихандары тураһында (1874 й.):
Трудно представить себе более величественный и вместе оригинальный вид, который открывается с высоты Аракульских утесов. Утесы эти — весьма замечательное явление в Уральских горах вообще, за исключением Дальнего Севера. Издали весьма напоминают огромные полуразвалившиеся каменные здания; но у подножия их сравнение это не совсем верно, так как они имеют более 20 сажен вышины. Вообще Аракульская гора — одна из наиболее любопытных и наиболее уединенных местностей Каслинского Урала: растительность здесь разнообразней, чем где-либо, чаще, чем другие местности, ее посещают медведи, рыси и прочие дикие звери; в последнее время здесь появились даже соболи, вероятно прикочевавшие из Верхотурского уезда, так как в Екатеринбургском Урале они уже давно сделались анахронизмом. В выступах этих отвесных скал гнездятся сокола, и не так давно на склоне горы в высеченной из камня пещере спасались каслинские кержаки, то есть раскольники. Взобраться сюда стоит большого труда, и один неверный или скользкий шаг — и можно жестоко разбиться об острые выступы камней, действием воды и воздуха отделившихся от главной отвесной массы. Но на вершине все трудности невольно забываются, и никакое перо не в состоянии вполне изобразить тот великолепный вид, который открывается удивленному взору в ясное утро, когда в воздухе еще не парит и далекий горизонт только синеет, не теряясь в беловатых туманных очертаниях. Вверху тишина, изредка прерываемая пронзительным криком и свистом крыльев быстролетных стрижей, внизу беспокойно шмыгают взад и вперед сокола, неожиданно потревоженные со своих неприступных гнезд; в лесу у подножия утеса ясно слышны разнообразные голоса бесчисленных пташек, воркованье «микитанки» — витютня, чуфысканье и бормотанье тетерева; а с озера у подошвы горы доносится только какой-то неопределенный гул: это кричат невидимые утки, крохали, гагары и лебеди, кажущиеся отсюда едва заметными белыми точками.
Екатеринбургтан — 140 километрҙа, Силәбенән — 130 километрҙа
Аракүл Шихандарына яҡын — Сейәлетау, Курочкин Лог, Иткүл, Олоташ тауы, Сәрмәсән карьерҙары.
Галерея
үҙгәртергә-
Шихандар
-
Шихан ҡаялары
-
Ҡаяға үрмәләүселәрҙең күнекмәләре
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Природа . О городе. Сайт-портал город Верхний Уфалей. Дата обращения: 13 февраль 2016. 2020 йыл 18 июль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Урта Урал, Аракүл Шихандары
- Фото Аракульский Шихан
- [1] 2008 йыл 8 апрель архивланған.
- Аракульский Шихан — Описание . Архивировано из оригинала 8 апрель 2008 года. 2008 йыл 8 апрель архивланған.
- Фотогалерея
- фотоиллюстрация (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
- Видео Аракүл Шихандары(недоступная ссылка)