Апофения
Ҡайһы берәүҙәрҙең Марс яҫылығы өҫтөндә барлыҡҡа килгән тәбиғи әйберҙе (Кидония) кеше йөҙөнә оҡшатыуы уны кемдер яһаған тигән байтаҡ фараздар килтереп сығарҙы.
Апофения | |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Клаус Конрад[d][1] |
---|---|
Асыу датаһы | 1958[1] |
Апофени́я (боронғо грек ἀποφαίνω) «фекер әйтәм, өнгә әйләндерәм» ← апо-ἀπο «из-» + φαίνω «күҙ алдына килтереү») — осраҡлы йәки мәғәнәһеҙ мәғлүмәттәрҙә структура йәки үҙ-ара бәйләнеш күреү һәләтенә килтергән кисерештәр. Терминды 1958 йылда немец неврологы һәм психиатры Клаус Конрад ҡулланышҡа индергән, һәм уны «характерлы адекват булмаған мөһимлек тойғоһо» (мәғәнәне анормаль аңлау) менән оҙатылған «мотивлаштырылмаған үҙ-ара бәйләнештәр күренеше», тип билдәләй. Конрад тәүҙәрәк был күренеште психозда осрай торған ысынбарлыҡты когнитив боҙоп күрһәтеү, тип аңлата, әммә хәҙер был термин, мотлаҡ психик боҙолоуҙар булғанда ғына түгел, һау-сәләмәт индивидтарҙа ла шуға оҡшаш тенденцияларҙы тасуирлағанда, киңерәк файҙаланыла.
Статистика күҙлегенән сығып ҡараһаҡ, апофения беренсе төр хата тип классификациялана.
Апофения йыш ҡына паранормаль күренештәрҙе йәки дини раҫлауҙарҙы аңлатыуға хеҙмәт итә, журналистар спекуляцияһында файҙаланыла.
«Йәйғорҙоң ҡараңғы яғы» теорияһына ярашлы— Pink Floyd британ төркөмө альбомы The Dark Side of the Moon һәм «Оз иленең тылсымсыһы» кинофильмы (1939) тулыһынса тап килә һәм бер бөтөн нәфис әҫәр тип атарлыҡ, әгәр Metro-Goldwyn-Mayer киностудияһының заставкаһында Лео өсөнсө тапҡыр ырылдағандан һуң, шундуҡ музыка тоҡандырһаң, тулыһынса тап килә һәм бер бөтөн нәфис әҫәргә әйләнә. Pink Floyd был теорияны һәр ваҡыт кире ҡаҡты.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Апофения // Кэрролл, Роберт Тодд. Энциклопедия заблуждений: собрание невероятных фактов, удивительных открытий и опасных поверий = The Skeptic's Dictionary: A Collection of Strange Beliefs, Amusing Deceptions, and Dangerous Delusions. — М.: Диалектика, 2005. — С. 35—37. — ISBN 5-8459-0830-2. (оригинал — Apophenia (ингл.). The Skeptic's Dictionary.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Панчин, Александр Юрьевич YouTube сайтында Апофения – поиск взаимосвязей в случайных данных (выступление на физическом факультете СПбГУ в рамках международной научно-практической конференции «Лженаука в современном обществе»)