Антон Чехов бюсы
Һәйкәл | |
Антон Чехов бюсы
| |
Антон Чехов бюсы, 2011 йыл | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Чехов урамы, 69 |
Скульптор | Морозова Вера Георгиевна |
Төҙөлгән ваҡыты | 1935 йыл |
Бейеклеге | 104 см |
Материал | тонировкаланған гипс |
Бөгөнгө хәле | ҡәнәғәтләндерерлек |
Антон Чехов бюсы — 1935 йылда Морозова Вера Георгиевна яһаған Антон Павлович Чеховтың скульптура һыны. Таганрогта, Чехов йортоноң ихатаһында ҡуйылған. Был эш СССР-ҙа Чеховтың беренсе скульптура һыны булып тора[1].
Бюст
үҙгәртергәТөп аллеянан һулда, Чехов йортоноң ихатаһында ҡуйылған бюст, тонировкаланған гипстан эшләнгән. Бюстың бейеклеге — 104 см. Постамент штукатуркаланған кирбестән эшләнгән, уның бейеклеге шулай уҡ 104 см.
Төҙөлөү тарихы
үҙгәртергәМорозова Вера Георгиевна бюст өҫтөндә эште Таганрогта башлай. Бында урындағы «Таганрог хәҡиҡәте» гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнгән ире Моррисон Александр Платонович артынан 1931 йылда килгән була[2]. Морозова махсус белем алмаған, үҙ аллы өйрәнгән скульптор була[3]. Александр Моррисон Таганрогта Чехов юбилейына арналған тантаналарға әҙерлек эше менән әүҙем рәүештә шөғөлләнә. Чеховтың 75 йыллыҡ юбилейын байрам итеү мәсьәләләрен бергәләп хәл итеү өсөн Моррисон Мәскәүгә Николай Бухаринға бара[4]. Бюст өҫтөндә эш 1933 йылдан 1935 йылға тиклем, ике йыл дауам итә[4]. Бюст балсыҡтан эшләнә, унан гипс формаһы әҙерләнә. А. П. Чеховтың юбилейына бюст таштан уйып яһала[4].
Тантаналы асыу
үҙгәртергәБюст 1935 йылда, Чеховтың 75-йыллыҡ юбилейына арналған тантана ваҡытында, күп йыйылған тамашасылар алдында, Чехова Мария Павловна, Книппер-Чехова Ольга Леонардовна, Вишневский Александр Леонидович, Тарасова Алла Константиновна, Катаев Валентин Петрович һәм башҡалар ҡатнашлығында асыла[5].
Һәйкәлде асыу тантанаһы аяҙ ҡояшлы иртәгә тура килде. Чехов йортоноң алдында, бәләкәй «сейә баҡсаһында», бейек постаментта материя менән көпләнгән ниҙер ҡалҡып тора. Эргәһендә күп ситтән килгән халыҡ йыйылған. Атайым бөтәһенән дә бер башҡа ҡалҡып тора, уның тауышында ҡунаҡсыл хужаның моңло аһәңе. Ольга Леонардовна Книппер-Чехованы МХАТ артисы Вишневский ҡултыҡлаған. Ул һәм Мария Павловна Чехова — яҙыусының һеңлеһе, икеһе лә асыҡ төҫтәге селтәрҙә һәм һалам эшләпәлә инеләр. Мин әсәйем дә асыҡ төҫтәге күлдәктә һәм һалам эшләпәлә булғанға шатландым. Алыҫтараҡ йәш сибәр ҡыҙ баҫып тора ине. Уның тураһында, ул — театрҙың даны күтәрелә барған йондоҙо, Книппер артынан ҡалмаған Алла Тарасова тип бышылдаштылар. Халыҡ төркөмөндә ниндәйҙер хәрәкәт тыуҙы. Атайым баш эйеп бәләкәй генә әбейгә — Мария Павловнаға — ҡайсы тапшырҙы. Ул һәйкәлгә ҡарай аҙым яһаны һәм таҫманы киҫте. Материя шыуып төштө, һәм халыҡ иғтибарына Антон Павловичтың бюсы асылды. Книппер-Чехова һәм Мария Павловна, ах итеп бер тауыштан, бер ҡасан да бындай портрет оҡшашлығын күргәнебеҙ булманы әле тинеләр. Был ысынлап та әсәйемдең уңышы ине. Ташта эшләнгән пенсне эҙе, ҡарашын тәрәнәйтеп, уға таныш үтә күреүсәнлек бирә. Гөрләтеп ҡул сабыуҙар яңғыраны. Әсәйем тыныс ҡына баҫып тора, әйтерһең дә былар бөтәһе лә уға ҡағылмай. Ә мин уның ебәк күлдәгенең ҡырыйын шатлыҡ йәштәре менән сылаттым.[5]
Бюстың билдәле күсермәләре
үҙгәртергә- Бюстың булған моделе буйынса «Ҡыҙыл ҡаҙансы» заводында 1944 йылдың майында бронза күсермәһе ҡойола, ул Таганрогтың Ҡыҙыл майҙанына ҡуйыла[1]. 1960 йылда, А. П. Чеховҡа Рукавишников Иулиан Митрофанович эшләгән монументаль һәйкәл ҡуйылыр алдынан, был урындан алына[6].
- Һуңғараҡ шул уҡ урында, А. П. Чехов исемендәге 2-се һанлы гимназияға бүләк итеп, икенсе экземпляр әҙерләнә. Был бюст 1950 йылда мәктәпкә инеү урыны эргәһенә ҡуйыла[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 47. — ISBN 978-5-9901455-3-5.
- ↑ Морозова Н. А. Мое пристрастие к Диккенсу. Семейная хроника ХХ век. — М.: Новый хронограф, 2011. — С. 19. — ISBN 978-5-94881-170-3.
- ↑ Шкурко Э. А. «Непокорённая воля» художника // Молодёжная газета. — 13.08.2009.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Морозова Н. А. Мое пристрастие к Диккенсу. Семейная хроника ХХ век. — М.: Новый хронограф, 2011. — С. 109. — ISBN 978-5-94881-170-3.
- ↑ 5,0 5,1 Морозова Н. А. Мое пристрастие к Диккенсу. Семейная хроника ХХ век. — М.: Новый хронограф, 2011. — С. 110. — ISBN 978-5-94881-170-3.
- ↑ Фоминых Н. К вопросу о памятнике Чехову // Вехи Таганрог. — 2004. — № 20.