Анталья Халыҡ-ара кино фестивале

Анталья Халыҡ-ара кино фестивале (элекке атамаһы — «Алтын апельсин»Халыҡ-ара Анталья кинофестивале "; Төрөксә Uluslararası Antalya Film Festivali) — Төркиә халыҡ-ара кино фестивале. Илдә уҙғарылған иң ҙур һәм оҙаҡ ваҡыттан алып уҙғарылған фестиваль (1950 йылдан алып). 1964 йылдан башлап көҙ көнө үткәрелә. Хәҙерге осорҙа Анталья Ҡала муниципалитеты, Анталья мәҙәниәт һәм сәнғәт фонды һәм Cam Piramit компанияһы ярҙамы менән ойошторола. Халыҡ-ара кинопродюссерҙар ассоциациялары федерацияһы тарафынан аккредитацияланған[2].

Анталья Халыҡ-ара кино фестивале
төр. Uluslararası Antalya Film Festivali
Нигеҙләү датаһы 1963
Дәүләт Flag of Turkey.svg Төркиә
Урынлашыу Анталиә
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Анталиә, Төркиә
Ваҡиға ваҡыты 1964
Ваҡиға йышлығы 1 Йыл
Рәсми сайт antalyaff.com[1]
Ай Сентябрь һәм Октябрь
Commons-logo.svg Анталья Халыҡ-ара кино фестивале Викимилектә

СтатуэткаҮҙгәртергә

2005 йылға тиклем алтын ялатылған Венера һыны бирелгән . 2005—2008 йылдарҙа статуэтканың күренеше үҙгәртелә . 2009 йылдан статуэтка яңынан элекке йөҙөнә ҡайта- Венера һул ҡулында апельсин тотоп тора.

НоминацияларҮҙгәртергә

  • Иң яҡшы фильм (₺400 000)[3]

Иң яҡшы

  • режиссёр (₺55 000)
  • сценарий (₺35 000)
  • ҡуйыусы оператор (₺30 000)
  • музыка (₺30 000)
  • актриса
  • актёр
  • икенсе пландағы актриса
  • икенсе пландағы актёр
  • махсус эффекттар
  • ҡуйыусы рәссам
  • фильм- дебют (₺55 000)
  • Антальяның дәртләндереү призы (₺70 000)

Жюриҙың махсус призы:

  • Авни Толунай призы
  • Бехлүл Дал

Милли документаль кино конкурсы:

  • Иң яҡшы документаль фильм (₺15 000)
  • Иң яҡшы документаль фильм — дебют (₺5 000)

Ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсы:

  • Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (₺10 000)

Тамашысылар премияһы:

  • 1 урын (₺30 000)
  • 2 урын (₺20 000)
  • 3 урын (₺10 000)

ФакттарҮҙгәртергә

Ҡалып:Trivia

  • 2012 йылда «Алтын апельсин» кино фестивалендә Рәсәй актрисаһы Анна Андрусенко «Иң яҡшы актриса» номинацияһында еңеп, «Хуш, Катя» фильмында Катя роле өсөн премия ала.[4].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Ҡалып:Кинофестивали мира, аккредитованные FIAPF