Андрей Первозванный сиркәүе (Ҡыҙыл Сулин)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Андрей Первозванный сиркәүе
| |
Ил | Рәсәй |
Конфессия | Православие |
Төҙөлгән ваҡыты | 1888 йыл |
Төкәтмәләр | Изге Пантелеймон, Пресвятая Богородица Похвалаһы (Маҡталыуы). |
Бөгөнгө хәле | ябылған |
Андрей Первозванный сиркәүе — Ҡыҙыл Сулин ҡалаһындағы сиркәү. 1888 йылда төҙөлгән, 1966 йылда емерелгән.
Адресы : Рәсәй, Ростов өлкәһе, Красноленинский районы, Ҡыҙыл Сулин ҡалаһы, Кронштадт урамы, 5-се йорт.
Тарих
үҙгәртергә1870-се йылдарҙа Сулин ҡасабаһы янында завод төҙөлгән, шуның арҡаһында ҡасаба халҡы бик тиҙ артып киткән. Халыҡтың дини ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡасабала православие сиркәүе төҙөргә кәрәк булған.
Андрей Первозванный сиркәүе 1872 йылда Андрей Сулиндың ейәнсәре Вера Андреевна Юдина аҡсаһына төҙөлгән. Ул Сулиндарҙың нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән йортон Изге апостол Андрей Первозванный сиркәүен ҡороу өсөн хәйергә биргән. Ул биргән аҡсаға таш сиркәү 1882 йылда төҙөлгән, уның янына ҡыңғырауҙар манараһы төкәтеп һалынған. Яңы сиркәүҙең стенаһы таштан, көмбәҙе һәм фонары ағастан һалынған. Бинаның башы өсәү булып, һәр береһенең осона тәреләр ҡуйылған. Сиркәү тирәһе таш ҡойма менән уратылған. Иконостас һәм (Царские ворота) Батша ҡапҡаһында Спаситель Иисус Христос, Божья Матерь һәм башҡа изгеләр төшөрөлгән булған.
Сиркәү бинаһында өс тәхет : уларҙың урталағыһы Андрей Первозванный исеме менән изгеләндерелгән, көньяҡтағыһы 1898 йылда Изге Пантелеймонға бағышлап, төньяғындағыһы Пресвятая Богородицаның Похвалаһы (Маҡталыуы) хөрмәтенә 1898 йылда эшләнгән.
Изге Синод указы буйынса Андреевский сиркәүенең штатында 2 дин әһеле, дьякон, 2 псаломсы торған. Андрей Первозванный сиркәүенең беренсе руханийы Пётр Попов булған.
1910 йылда сиркәү ремонтланған, таш нигеҙ өҫтөнә тимер ҡойма баҫтырылған.
Ғибәҙәтханала сиркәү-мәхәллә мәктәбе, китапхана эшләгән.
1963 йылдың 4 авгусында сиркәү ябылған һәм эшләүҙән туҡтаған. Сиркәү йыһаздарын һәм иконаларын Казачий ҡасабаһының Свято-Покровский сиркәүенә күсереп килтергәндәр. 1966 йылда сиркәүҙә янғын булған һәм сиркәү тулыһынса янып юҡҡа сыҡҡан.
Изге әйберҙәр
үҙгәртергәАлександр ҡағыҙында яҙылған Евангелие; 84-се пробалы көмөш менән ялатылған тәре.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кудрявцев В. Андреевская церковь при поселке Сулиновском //Кудрявцев В. Сулинская земля: страницы истории. — ростов-н/Д, 1999. — с. 134—142
- Сулинский краевед: Историко-культурный ежегодник. Вып. 1. — Красный Сулин, 1996. — с. 11 Мякинченко В. Истоки //Криница. — 2003. — 18 сент.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Красный Сулин. Церковь Андрея Первозванного
- Церковь Андрея Первозванного 2016 йыл 23 ноябрь архивланған.