Разин Андрей Владимирович
Разин Андрей Владимирович (23 октябрь 1973 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Үҙәк һөжүмсе позицияһында уйнаны, әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһындағы «Северсталь» хоккей клубының баш тренеры.
Андрей Владимирович Разин | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Позиция |
Үҙәк һөжүмсе | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
180 см | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
86 кг | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡулсыр |
һул | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө |
23 октябрь 1973 (51 йәш)
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
2001 йылда «Филадельфия Флайерз» клубы 177-се һан аҫтында 6-сы раундта һайлай | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тренер карьераһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара миҙалдары | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дәүләт наградалары | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Биографияһы
үҙгәртергәАндре́й Влади́мир улы Ра́зин 1973 йылдың 23 октябрендә Тольятти ҡалаһында тыуған.
Хоккей менән 5 йәштән шөғөлләнә башлай. Тәүге тренеры — Александр Коновалов. Һамар ҡалаһындағы «ЦСК ВВС-Маяк» хоккей клубы өсөн сығыш яһай, 1992 йылдан Тольятти ҡалаһының «Лады» хоккей клубының төп составына саҡырыла башлай. 1994 йылда, Милләт-ара хоккей лигаһының чемпионатында һәм кубогында еңгән "Лада"ның чемпион миҙгеленән һуң, магнитогорскиҙың «Металлург» хоккей клубына күсә. 1996 йылда "Металлург"тың төп составында уйнмағанға күрә Һамар ҡалаһының ЦСК ВВС клубына күсә. Әммә бер йылдан уҡ кире Магнитогорскка ҡайта. Шунда ул ваҡыт үтеү менән Рәсәй һәм хоккей евролигаһы чемпиондары кубогын һәм чемпиондар исемен яулап, команданың мөһим уйынсыларҙың береһенә әйләнә(2000 йылда финал уйынында Разиндың дубле «Металлург» командаһына Евролигала икенсе чемпионлыҡты һәм Европа суперкубогы яулаусылары исемен килтерә[1]).
2000 йылда Карьяла кубогында Рәсәй йыйылма командаһында тәүге тапҡыр уйнай. 2001 йылда донъя чемпионатында ҡатнаша. Шунда «Металлург» буйынса партнёрҙары Рәүил Гусманов һәм Александр Гольц менән бер звенола уйнап, ул 7 уйында 7 (3+4) мәрәй йыя.
2001 йылда мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубына күсә[2]. 2002 йылда донъя чемпионатына әҙерләнгән ваҡытта йәрәхәтләнә, әммә йыйылма команданың составына инә һәм турнирҙа бер уйында уйнамайынса команда менән бергә донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы була[3].
2003 йылда ЦСКА-ға күсә, аҙаҡтан «Авангард», шунан тағы ла магнитогорскиҙың «Металлург», Тверь ҡалаһындағы МВД хоккей клубтарында уйнай. 2007 йылдың февраль айында Юғары лигала уйнаған «Химик» хоккей клубына ҡушыла. 2006/07 йылдар миҙгеле тамамланыуы менән уйынсы карьераһын ҡалдыра.
Статистика
үҙгәртергәЛегенда | |||||
---|---|---|---|---|---|
У | Үткәргән уйындар һаны | Штр | Штраф ваҡыты | +/− | Плюс-минус |
Г | Голдар | П | Һөҙөмтәле пастар | М | Мәрәйҙәр |
- | Статистика билдәле түгел | — | Статистика һаналмай |
Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Миҙгел | Команда | Лига | У | Г | П | М | Штр | У | Г | П | М | Штр | ||
1990-91 | Маяк | Икенсе | 2 | 0 | 2 | 2 | 0 | — | — | — | — | — | ||
1991-92 | Маяк | Икенсе | 42 | 15 | 16 | 31 | 26 | — | — | — | — | — | ||
1991-92 | Лада | БДБ | 7 | 0 | 0 | 0 | 2 | — | — | — | — | — | ||
1992-93 | ЦСК ВВС-Маяк | Юғары | 29 | 8 | 7 | 15 | 12 | — | — | — | — | — | ||
1992-93 | Лада | МХЛ | 15 | 1 | 2 | 3 | 0 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
1993-94 | Лада | МХЛ | 15 | 1 | 1 | 2 | 8 | 5 | 0 | 1 | 1 | 4 | ||
1994-95 | Металлург Мг | МХЛ | 49 | 11 | 14 | 25 | 12 | 7 | 3 | 2 | 5 | 16 | ||
1995-96 | Металлург Мг | МХЛ | 40 | 6 | 11 | 17 | 28 | 4 | 0 | 0 | 0 | 2 | ||
1996-97 | ЦСК ВВС | РСЛ | 32 | 7 | 8 | 15 | 12 | 2 | 0 | 1 | 1 | 2 | ||
1997-98 | Металлург Мг | РСЛ | 46 | 6 | 33 | 39 | 12 | 10 | 3 | 5 | 8 | 4 | ||
1998-99 | Металлург Мг | РСЛ | 39 | 7 | 25 | 32 | 14 | 16 | 4 | 3 | 7 | 6 | ||
1999-00 | Металлург Мг | РСЛ | 27 | 11 | 9 | 20 | 8 | 12 | 3 | 2 | 5 | 4 | ||
2000-01 | Металлург Мг | РСЛ | 44 | 16 | 31 | 47 | 80 | 12 | 7 | 6 | 13 | 20 | ||
2001-02 | Динамо Мск | РСЛ | 51 | 11 | 32 | 43 | 96 | 3 | 2 | 2 | 4 | 0 | ||
2002-03 | Динамо Мск | РСЛ | 40 | 9 | 28 | 37 | 55 | 5 | 1 | 3 | 4 | 24 | ||
2003-04 | ЦСКА | РСЛ | 57 | 10 | 43 | 53 | 70 | — | — | — | — | — | ||
2004-05 | Авангард | РСЛ | 20 | 2 | 5 | 7 | 10 | — | — | — | — | — | ||
2004-05 | Металлург Мг | РСЛ | 32 | 5 | 9 | 14 | 18 | 5 | 1 | 2 | 3 | 14 | ||
2005-06 | ХК МВД | РСЛ | 4 | 0 | 2 | 2 | 0 | — | — | — | — | — | ||
2006-07 | Химик | Юғары | 3 | 2 | 1 | 3 | 0 | 12 | 5 | 11 | 16 | 2 | ||
Бөтәһе СНГ, МХЛ һәм Суперлигала | 518 | 103 | 253 | 356 | 425 | 82 | 24 | 27 | 51 | 96 |
Бүләктәре һәм ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы (2002).
- Хоккей буйынса Евролига чемпионы (1999, 2000).
- Европа суперкубогы яулаусыһы (2000).
- Рәсәй чемпионы (1999, 2001).
- Милләт-ара хоккей лигаһының кубогы яулаусыһы һәм чемпионы (1994).
- Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1998).
- Милләт-ара хоккей лигаһының (1995) һәм Рәсәй (2000) чемпионы.
- Рәсәй кубогы яулаусыһы (1998).
- Рәсәй чемпионатының иң күп мәрәй йыйған уйынсы (2001).
- «Алтын сәкән» призының хужаһы (Рәсәй чемпионатының иң ҡиммәтле уйынсыһы) (2001).
- «Алтын шлем» призының хужаһы (2001, 2002).
- Суперлига бөтә йондоҙҙары уйындарында ҡатнаша (2001, 2002, 2003).
Тренер карьераһы
үҙгәртергәХоккейсы карьераһын тамамлағас балалар һәм юниорҙар командаларының тренеры һәм хоккей агенты булып эшләй[3]. 2012 йылдың 8 ноябренән 2012/13 йылдар миҙгеленең аҙағына тиклем Юғары хоккей лигаһында ҡатнашҡан «Кристалл» командаһын етәкләй. 2013 йылдың 4 декабрендә Ижевск ҡалыһының «Ижсталь» хоккей клубының баш тренеры була[4].
2015 йылдың 2 апрелендә Братина кубогы ярымфиналының өсөнсө уйынында икенсе период барышында Разин Тверь хоккей клубының баш тренеры менән Алексей Ждахин менән һуғыша. Ике тренерҙы ла уйын аҙағына тиклем боҙҙан ҡыуалар[5][6]. Аҙаҡтан ике тренерға өс уйын дауамында булған дисквалификация һалалар. Шуның өсөн Разин «Торосҡа» ҡаршы финалдың ике тәүге уйынын үткәрә. Разиндың командаһы 2:4 иҫәбе менән финалда еңелә.
Андрей Разин[7] 2015 йылдың апрелендә, юғары хоккей лигаһында миҙгел тамамланғас, Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Автомобилист» хоккей клубына эшләргә күсә[8]. Команда менән Разин конференцияла етенсе урында урынлашалар. Плей-офф уйындарының тәүге раундында «Автомобилист» алты уйында магнитогорскиҙың «Металлург» хоккей клубына отола.
Яңы миҙгелдә «Автомобилист» үҙенең уйынын таба алмай йонсой. Баш тренер, уйынсылар һәм клуб етәкселеге араһында бик һорауҙар тыуа. Шунан Ҡазандан «Аҡ Барс» хоккей клубына 5:0 иҫәбе менән отолғас, 31 октябрҙә Разин вазифаһынан бушатылды[9]. Андрей үҙе был турала ҡыуанысын белдерҙе[10]. 2016 йылдың 10 декабрендә Андрей Разин Ханты-Мансиҙан «Югра» хоккей клубында Андрей Соколовты алмаштыра.
2017 йылдың 11 май көнөндә Андрей Разин Словакия чемпионатындағы «Попрад» хоккей клубының тренер-консультант вазифаһын башҡара башлай[11]. 2017 йылдың 28 декабрендә Андрей Разин Владивостоктан «Адмирал» хоккей клубының баш тренеры итеп 2019/2020 йылдар миҙгеле тамамланғасыға тиклем контракт төҙөй[12]. Әммә 14 ғинуарҙа, «Адмирал» баш тренеры булараҡ биш уйындан һуң, Андрей Разин команданан контракт буйынса гарантиялар бирелмәгәнгә китә[13].
2018 йылдың 28 ноябрендә Андрей Разин Череповецк ҡалаһынан «Северсталь» хоккей клубы менән миҙгел аҙағына тиклем контракт төҙөй[14]. Яңы тренер килгәндә команда Көнбайыш конференцияһында һуңғы урында була. Разин етәкселегендә «Северсталь» КХЛ даими чемпионатында рәттән 7 осрашыуҙа еңеү яулай — был команданың КХЛ тарихында яңы рекорды[15]. Череповец командаһы Андрей Разин менән ике урынға күтәрелә һәм бик матур уйындар күрһәтә. 2019 йылдың 9 апрелендә тренер клуб менән бер йылға яңы килешеү төҙөйҙәр[16]. Разинға 2019/2020 йылдар миҙгелендә Евгений Михалкевич, Андрей Карпин һәм Александр Гольц ярҙам итә, тип иғлан ителә[17].
Статистика (баш тренер)
үҙгәртергә- Һуңғы яңыртыу: 2019 йылдың 23 июлендә
Команда | Турнир-миҙгел | Даими миҙгел | Плей-офф | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
У | Еңеү | ӨВ/БС еңеү | ӨВ/БС еңелеү | Еңелеү | М | % | Һөҙөмтә | У | Еңеү | Еңелеү | Һөҙөмтә | ||
Кристалл | ЮХЛ 2012-13 | 32 | 13 | 3 | 4 | 12 | 49 | 51.0% | Лигала 21-се | үтә алманылар | |||
Ижсталь | ЮХЛ 2013-14 | 24 | 6 | 4 | 7 | 7 | 33 | 45.8% | Лигала 19-сы | үтә алманылар | |||
ЮХЛ 2014-15 | 52 | 26 | 6 | 5 | 15 | 95 | 61.5% | Лигала 2-се | 17 | 14 | 6 | Финал | |
Автомобилист | КХЛ 2015-2016 | 60 | 21 | 9 | 11 | 19 | 92 | 51.1% | Лигала 14-се | 6 | 2 | 4 | Конференция сирекфиналы |
КХЛ 2016-2017 | 27 | 11 | 4 | 2 | 14 | 31 | 38.2% | Лигала 25-се | Команданан китә | ||||
Югра | 20 | 6 | 1 | 4 | 9 | 24 | 40% | Лигала 25-се | үтә алманылар | ||||
Адмирал | КХЛ 2017-2018 | 5 | 3 | 0 | 1 | 1 | 10 | 66.7% | Лигала 21-се | Команданан китә | |||
Северсталь | КХЛ 2018-2019 | 29 | 9 | 6 | 1 | 13 | 31 | 53.5% | Лигала 22-се | үтә алманылар | |||
КХЛ 2019-2020 |
Шәхси тормошо
үҙгәртергәАндрей Разиндың Татьяна исемле ҡатыны бар[18].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дубль Разина приносит "Металлургу" супердубль!, Спорт-Экспресс (8 февраль 2000).
- ↑ Андрей Разин: Выбор помогла сделать дочка, Советский спорт (4 июнь 2001). 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Андрей Разин: "В детский хоккей возвращаться не хочу", Взгляд-инфо (15 ноябрь 2012).
- ↑ Андрей Разин назначен главным тренером ХК "Ижсталь", Р-Спорт (5 декабрь 2013). 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Страсти ВХЛ! Два главных тренера подрались во время игры, Чемпионат.com (2 апрель 2015). 2015 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ Драка тренеров ТХК - Ижсталь полностью, Youtube.com (2 апрель 2015).
- ↑ Юғары хоккей лигаһының рәсми сайты. Андрей Разин — Юғары хоккей лигаһында миҙгеледең иң яҡшы тренеры, Чемпионат.com (29 май 2015).
- ↑ «Автомобилист» хоккей клубының рәсми сайты. Андрей Разин «Автомобилист хоккей клубын етәкләй башлай», Чемпионат.com (28 апрель 2015).
- ↑ «Автомобилист» отправил в отставку тренерский штаб во главе с Разиным
- ↑ Андрей Разин: «Как ни парадоксально это прозвучит, но я рад, что покинул «Автомобилист»
- ↑ РАЗИН СТАЛ ТРЕНЕРОМ-КОНСУЛЬТАНТОМ "ПОПРАДА"
- ↑ АНДРЕЙ РАЗИН ВОЗГЛАВИЛ ТРЕНЕРСКИЙ ШТАБ «АДМИРАЛА» 2017 йыл 29 декабрь архивланған.
- ↑ Разин покинул пост главного тренера «Адмирала»(недоступная ссылка)
- ↑ Андрей Разин возглавил «Северсталь» 2019 йыл 23 июль архивланған.
- ↑ «Северсталь» етенсе тапҡыр еңә һәм яңы рекорд ҡуя
- ↑ Разин продлил контракт с «Северсталью»
- ↑ Гольц вошёл в тренерский штаб Череповца
- ↑ Жена Разина о его уходе из «Адмирала»: «У всех гениев сложный характер»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Андрей Разин 2015 йыл 24 сентябрь архивланған. — Глобал Спорт Консалтинг сайтында статистикаһы
- Андрей Разин 2015 йыл 11 июнь архивланған. — Российский хоккей сайтында статистикаһы
- Андрей Разин — «Динамо Мәскәү» хоккей клубы тарихы сайтында статистикаһы һәм биографияһы
- Андрей Разин — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- Андрей Разин — European Ice Hockey Online AB сайтында статистика (инг.)
- Андрей Разин — The Internet Hockey Database сайтында статистика (инг.)