Анамниялар
Анамния йәки түбән төҙөлөшлө умыртҡалылар (лат. Anamnia), — парафилетик төркөм, яралғы көплөктәре булмаған умыртҡалыларҙы үҙ эсенә ала. Амниоттарҙан айырмалы рәүештә, түбән төҙөлөшлө умыртҡалыларҙың эмбриональ үҫеше барышында яралғы көбө (тышлығы) - амнион һәм махсус яралғы ағзаһы - аллантоис барлыҡҡа килмәй.
төркөмө | |||
Исеме | |||
---|---|---|---|
Анамниялар | |||
Атамаһының статусы | |||
билдәһеҙ | |||
Өҫтәге таксон | |||
Аҫтип Умыртҡалылар (Vertebrata) | |||
Вәкилдәре | |||
{{{list}}} | |||
|
Анамниялар | |
Анамнияларҙың тереклеге һыу мөхитенә бәйле. Барлыҡ ғүмерҙәре йәки ғүмерҙеренең башланғыс стадиялары (йомортҡа һәм балағорт саҡтарында ) һыу мөхитендә үтә. Анамнияларға амниоттарҙан башҡа бөтә умыртҡалылар йәғни, яңаҡһыҙҙар,. балыҡтар шулай уҡ амфибиялар инә.
Үрсеүҙәре
үҙгәртергәКүпселек төрҙәрҙә аталаныу тышта һыу мөхитендә бара. Кимерсәкле балыҡтарҙа һәм ер-һыу хайуандарының бер өлөшөндә эске аталандырыу күҙәтелә. Йомортҡалары һыуҙа йомортҡа формаларын һаҡлауҙы тәьмин итеүсе ҡойҡа тиресәһе менән уратып алынған.Йомортҡа һарыһы күп түгел. Һыу тышлыҡ аша тышҡы мөхиттән үтеп инә. Үҫеш процесында инә күҙәнәк тулыһынса ваҡланыу (дробление) стадияһын үтә.
Личинкалары (балағорттары) формалашҡас көптө йыртып сыға һәм һыу мөхитендә тереклек итеүҙе дауам итә. Һулыш айғолаҡтар ярҙамында башҡарыла.
Ер-һыу хайуандары тулыһынса үҫешеп етеү өсөн тулыһынса әүерелеш — метаморфоз аша үтергә тейеш. Уның барышында ер өҫтөндә хәрәкәт итеү өсөн аяҡ ослоҡтары барлыҡҡа килә. Һиҙеү ағзалары яңырыу кисерә һәм үпкә аша һулауға күсә. Ҡайһы бер ер-һыу хайуандарының йомортҡаларына һыулы мөхиттән ситтә үҫешеүгә мөмкинлек биргән ҡулайламалары бар.
Шулай уҡ, ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Амниоттар
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Анамниялар — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә