Амфитеатр (Безье)
Амфитеатр – боронғо ҡоролма, ул француз ҡалаһы Безьела урынлашҡан. Барлыҡҡа килеү ваҡыты – I быуат[2].
Амфитеатр | |
Культура | Боронғо Рим |
---|---|
Дәүләт | Франция[1] |
Административ-территориаль берәмек | Безье[1] |
Мираҫ статусы | теркәлгән тарихи һәйкәл[d][1] |
Адрес | rue Saint-Jacques, rue du Moulin-à-Huile, place du Cirque, rue du Cirque һәм impasse des Anciennes-Arènes |
Амфитеатр Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәАмфитеатр француз ҡалаһы Безьела I быуатта барлыҡҡа килгән һәм иҫтәлекле урындарының береһе булып иҫәпләнә, шулай уҡ ҡалала төп антик ҡомартҡы. Ҡасандыр амфитеатр боронғо ваҡытта гладиаторҙар алышын һәм төрлө тамашаларҙы үткәрә торған овал рәүешендәге арена булған[2]. Амфитеатр ҡалала римлеләр осронан ҡалған. Ҡоролма ҡаланың Сен-Жак районында урынлашҡан[3].
1892 йылдың авгусында амфитеатр сәхнәһендә тәүге тапҡыр Жанна Диелафуа драмаһы өсөн яҙылған "Паризатис" музыкаһы яңғырай[4].
Амфитеатр ваҡыт үтеү менән яңынан тергеҙелә[2]. Амфитеатрға барыу туризм буйынса офис менән алдан килешеү буйынса башҡарыла[2].
Амфитеатр яҡынса 15 000 тамашасыны һыйҙыра[3].
1992 йылда был тарихи урында реставрация эштәре үткәрелә. Рим амфитеатрының ҡала биләмәһендә булыуы Безьены һаҡланып ҡалған иң боронғо европа ҡалаларының береһе тип һанарға мөмкинлек бирә. Амфитеатрға үтеү өсөн Rue du Moulin à Huile урамы буйлап барыр кәрәк. Ә уны өҫтән күреү өсөн Rue des Anciennes Arènes урамына сығыр кәрәк[5][6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 base Mérimée (фр.) — ministère de la Culture, 1978.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Франция, 2012, с. 463
- ↑ 3,0 3,1 Arènes . 2019 йыл 12 февраль архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Arènes» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Клод Дебюсси, с. 105
- ↑ Достопримечательности города Безье (Франция) .
- ↑ 1000 лучших путешествий, которые могут изменить вашу жизнь, 2017, с. 54
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Татьяна Бурдакова, Илья Кусый, Е. Левицкая, Марк Сартан, Я. Сартан, Л. Кунявский, Юлия Ларионова, Виктория Бакир, Анна Пожидаева, Виктория Базоева, Е. Громова, Е. Меркулова. Франция. — Москва, 2012.
- Клод Дебюсси. Часть II. Письма, статьи, беседы // Статьи. Рецензии.
- Юрий Андрушкевич, Евгения Ливеровская, Ирина Слука. 1000 лучших путешествий, которые могут изменить вашу жизнь. — Москва: Эксмо, 2017. — 504 с. — ISBN 978-5-699-79807-0.