Альвин Митташ, тулы исеме — Пауль Альвин, серболужи варианты — Павол Альвин Миташ (нем. Alwin Mittasch, үр.-луж. Alwin Pawol Mitaš; 27 декабрь 1869 йыл, Дажин ауылы, Лужица, Германия4 июнь 1953 йыл, Гейдельберг, Германия) — серболужица һәм немец ғалим-химигы һәм профессоры.

Альвин Митташ
Alwin Mittasch, Alwin Mitaš
Тыуған көнө

27 декабрь 1869({{padleft:1869|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Дажин, Гёрлиц, Саксония

Вафат көнө

4 июнь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Гейдельберг, Төньяҡ Германия

Ил

Германия Германия

Ғилми даирәһе

химия

Альма-матер

Лейпциг университеты (1901), Крайностав уҡытыусылар семинарияһы (1887)

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы

Ғилми етәксеһе

Вильгельм Фридрих Оствальд

Награда һәм премиялары

Медаль Эмиля Фишера[de] (1927)
Медаль Каруса[de] (1942)

Биография

үҙгәртергә

1869 йылдың 27 декабрендә лужицаның Лёбау ҡалаһы тирәһендәге Дажин ауылында күп балалы уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1883 йылда Баутцен (Будишин) педагогия училищеһына уҡырға инә, 1889 йылда тамамлай. 1889 йылдан 1982 йылға тиклем Лужицаның Клюкш һәм Коморов ауылдарында халыҡ мәктәптәрендә уҡытыусы ярҙамсыһы булып эшләй. 1892 йылдан Лейпцигта уҡытыусы булып эшләй. Лейпциг университетының химия факультетында лекцияларға йөрөй. 1895 йылда Лейпциг университетына уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң физика-химия институтында ассистент була, Унда Вильгельм Оствальд етәкселегендә эшләй. 1901 йылда химия өлкәһендә докторлыҡ дәрәжәһен ала. 1903 йылда Стольберг янында шахталарҙа аналитик химик булып эшләй һәм 1904 йылдан Людвигсхафенда Баден сода — анилин фабрикаһында (BASF) тикшеренеү лабораторияһында эшләй, унда Карл Боштың ассистенты була.1921 йылдан 1933 йылға тиклем Оппау-ҙа химия лабораторияһы директоры була. 1933 йылда өлкән улының вафатынан һуң хаҡлы ялға сыға һәм 1953 йылда вафат булғанға тиклем Гейдельбергта йәшәй.

Гейдельбергта уның исеме менән урам аталған.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә катализаторҙар менән шөғөлләнә. 1911 йылда Карл Бош менән бергә аммиак синтезы өсөн аппарат уйлап табыуҙа ҡатнаша. 80-гә яҡын уйлап табыуҙы теркәгән. Фәнни эшмәкәрлеге өсөн химия докторы маҡтаулы исемен ала.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Über die chemische Dynamik des Nickelkohlenoxyds. Диссертация, Leipzig 1902.
  • Kurze Geschichte der Katalyse in Praxis und Theorie. 1939.
  • Von der Chemie zur Philosophie. Ausgewählte Schriften und Vorträge. 1948.
  • Geschichte der Ammoniaksynthese. Verlag Chemie, Weinheim 1951.
  • Erlösung und Vollendung. Gedanken über die letzten Fragen. 1953.
  • Rudolf Heinrich, Mittasch, Alwin, Neue Deutsche Biographie (NDB). Band 17, Duncker & Humblot, Berlin 1994, ISBN 3-428-00198-2, S. 574—576
  • Jan Cyž: Mitaš, Alwin. W: Jan Šołta, Pětr Kunze, Franc Šěn (wud.): Nowy biografiski słownik k stawiznam a kulturje Serbow. Ludowe nakładnistwo Domowina, Budyšin 1984, str. 380sl.

Һылтанмалар

үҙгәртергә