Альбион ҡыҙы

(Альбион ҡыҙы (хикәйә) битенән йүнәлтелде)

Альбион ҡыҙы — Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1883 йылда яҙыла, тәүге тапҡыр 1883 йылдың 13 авгусында «Ярсыҡтар» журналының 33-сө һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла.

Альбион ҡыҙы
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1883

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1883

Баҫмалары

үҙгәртергә

А. П Чеховтың «Трагик» хикәйәһе 1883 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1883 йылдың 13 авгусында«Ярсыҡтар» журналының 33-сө һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла. «Ярсыҡтар»ҙың нәшриәтсеһе Лейкин Чеховҡа яҙа: «Һеҙҙең „Альбион ҡыҙы“ хикәйәһе күләмлерәк, әммә миңә оҡшай, Инглиз ҡыҙының оят белмәүе арттырып күрһәтелһә лә, хикәйә һәйбәт, үҙенсәлекле. Уны типографияға йыйырға ебәрҙем».

1886 йылда «Альбион ҡыҙы» хикәйәһе «Сыбар хикәйәләр» йыйынтығына һәм Ф. Маркс баҫмаһына индерелгән.

Чехов иҫән саҡта хикәйә венгр, немец, поляк, румын, чех һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителгән.

Бер мәлдә, кискә ҡарай, алпауыт Грябовҡа өйәҙ дворяндары етәксеһе Фёдор Андреич Отцов ҡунаҡҡа килгән. Кейәү уның ике йылға буйында балыҡ тотоу өсөн Алпауытты ул өйөнән ике саҡрымда буйҙаҡ инглиз гувернанткаһы менән йылға буйында балыҡ тотҡан урында таба. Араҡы эсергә тигән саҡырыуға ул Уилька Чарльзовна Тфайсты, «ҡурсаҡ», «оҙон сөй», «бисура», «тритон», тип атап, йәнле тикшерә башлай. Урыҫ телен белмәгән инглиз ҡыҙы уларҙың һөйләшкәнен бер ҙә аңламай һәм уларға ерәнеп ҡарай.

Бер аҙ ваҡыт уҙғас, Грябовтың ырғағы нимәгәлер эләгә һәм уны ысҡындырыр өсөн, уға, сисенеп ташлап, яланғас көйө, һыуға инергә тура килә. Инглиз ҡыҙына балыҡсылар, боролоп торорға кәрәк, тип әйтеп аңлата алмайҙар, әммә мисс Тфайс, нәфрәтле йылмайып, ҡаштарын һикертеп, тыныс ҡына селәүсен алмаштыра. «Был, ҡусты, уға Англия түгел!» — ти Грябов. Алпауыт һыуҙан сыға ла балыҡ тотоуын дауам итә.

Тәнҡитселәр фекере буйынса, хикәйәлә «үҙебеҙҙекенә» һәм «ситтекенә» хас тотороҡло милли ҡараш булыуын күрһәткән ситуация асыла. Урыҫ алпауыты һәм инглиз ҡыҙының ғәмәлдәрендә милли тәрбиә үҙенсәлектәре аша ике мәҙәниәттең тәрән менталь айырмалыҡтары күренә. Мисс Тфайс образында Чехов урыҫтарҙың инглиз холҡо тураһындағы ҡарашын: үҙ-үҙенә ҡәтғи хужа булыу, эмоция һәм хис-тойғоларын баҫып тотоу, донъялағы бар нимәгә битарафлыҡ, ике йөҙлөлөк һәм пуританлыҡ, «ситтекенә» нәфрәт сағылдыра[1].

Чехов иҫән саҡта әҙәби тәнҡит уның хикәйәһендә «аҡылға һыймаҫлыҡ» һәм «әҙәпһеҙлек» күргән[2]. Чеховҡа замандаш уҡыусыһы В. П. Горленко хикәйәне «әшәке» тип атаған.[3]

  • Чехов А. П. Дочь Альбиона // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Н. Ю. Желтова. «Русское» и «английское» в рассказе А. П. Чехова «Дочь Альбона». Журнал "Современная линвистика литератураведение. № 12 (034), 2011
  2. К. Арсеньев. Беллетристы последнего времени. А. П. Чехов. К. С. Баранцевич. Ив. Щеглов. — «Вестник Европы», 1887, № 12, стр. 768
  3. Г. А. Бялый. Заметки о художественной манере А. П. Чехова. — Ученые записки Ленинградского ун-та, № 339, вып. 72, 1968, стр. 127

Һылтанмалар

үҙгәртергә