Алтын Ҡапҡа (күпер)
«Алтын Ҡапҡа» күпере (ингл. the Golden Gate Bridge) — «Алтын Ҡапҡа» боғаҙы аша һалынған аҫылмалы күпер. Сан-Франциско ярымутрауының төньяғындағы Сан-Франциско ҡалаһын Марин округының көньяғы менән тоташтыра. «Алтын Ҡапҡа» күпере 1937 йылда асылғандан алып 1964 йылға тиклем донъялағы иң ҙур аҫылмалы күпер булып иҫәпләнә. Уның оҙонлоғо — 1970 метр, массаһы — 894 500 тонна, бағаналар аралығы — 1280 метр, бағаналарҙың һыу өҫтөнән бейеклеге — 230 метр. Һыу ташҡан ваҡытта һыу өҫтөнә күперҙәге юлға тиклем — 67 метр.
Алтын Ҡапҡа | |
«Алтын Ҡапҡа» күпере | |
Географик координаталар: 37°49′03″ с. ш. 122°28′42″ з. д.HGЯO | |
Рәсми исеме |
Golden Gate |
---|---|
Файҙаланыу өлкәһе |
Автомобиль, |
Киҫешә |
«Алтын Ҡапҡа» боғаҙын |
Урынлашыу урыны | |
Конструкция | |
Конструкция төрө | |
Төп ара |
1 280 м |
Дөйөм оҙонлоғо |
2 740 м |
Күперҙең оҙонлоғо |
27 м |
Эксплуатация | |
Асылыу ваҡыты | |
«Алтын Ҡапҡа» — донъялағы иң билдәле күперҙәрҙең береһе.
Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
үҙгәртергә- «Алтын Ҡапҡа»ның рәсеме «Cisco Systems» компанияһының эмблемаһы итеп алынған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә
Был күпер тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |