Алтай дәүләт аграр университеты
Алтай дәүләт аграр университеты — Барнаулдағы ауыл хужалығы юғары уҡыу йорто. 7 уҡыу корпусыда урынлашҡан. Төп корпусы Тимер юлы районында Красноармейская проспектында, тағы ла бер нисәһе — Демидов майҙанында, Йәштәр урамында һәм Власиха ҡасабаһында урынлашҡан.
Алтай дәүләт аграр университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 3 декабрь 1943[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Алтайский сельскохозяйственный институт, Алтайский государственный аграрный университет, Алтайскі сельскагаспадарчы інстытут һәм Алтайскі дзяржаўны аграрны ўніверсітэт |
Дәүләт | Рәсәй[2] |
Административ-территориаль берәмек | Барнаул |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][3] |
Диапазон IPv4 | 82.200.47.208/28[4] |
Рәсми сайт | asau.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Алтайского государственного аграрного университета[d] |
Алтай дәүләт аграр университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1991 йылға тиклем — Алтай ауыл хужалығы институты. 1943 йылда эвакуацияланған Пушкин ауыл хужалығы институты базаһында ойошторола һәм бары тик ике факультеттан тора: агрономия һәм зоотехник. Башта институт Павловка ҡасабаһында урынлаша, ә 1944 йылда Барнаулға күсерелә.
1947 йылда ситтән тороп уҡыу факультеты, 1950 йылда — ауыл хужалығы производствоһын механизациялау факультеты һәм аспирантура асыла. 1961 йылда бухгалтерҙар һәм экономистар, ә 1962 йылдан — ветеринар табиптар әҙерләү башлана, 1966 йылда квалификацияны күтәреү факультеты, 1969 йылда — әҙерлек бүлеге, 1980 йылда — һыу хужалығы һәм юл төҙөлөшө факультеты булдырыла.
1991 йылда Алтай ауыл хужалығы институты Алтайҙың юғары уҡыу йорттары араһында беренселәрҙән булып университет статусы ала.
Кадрҙары
үҙгәртергәТөп эшмәкәрлеген 600-ҙән ашыу фәнни-педагогик хеҙмәткәр тәьмин итә, шул иҫәптән 72 фән докторҙары һәм профессорҙар, Рәсәй Федерацияһының 13 атҡаҙанған хеҙмәткәре. Хәҙерге ваҡытта университетта 10 меңдән ашыу кеше уҡый.
Юғары уҡыу йорто етәкселеге
үҙгәртергәРектор — ауыл хужалығы фәндәре докторы, доцент Колпаков Николай Анатольевич
Уҡыу эштәре буйынса проректор — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент Сергей Иванович Завалишин
Иҡтисад эштәре буйынса проректор — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Юрий Александрович Бугай
Фәнни эштәр буйынса проректоры — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Геннадий Геннадьевич Морковкин
Тәрбиә эштәре буйынса проректор — Владимир Денисович Томчук
Административ-хужалыҡ эше һәм төҙөлөш буйынса проректор — Анатолий Дмитриевич Полтавский.
Структураһы
үҙгәртергәФакультеттары
үҙгәртергәАгрономия, Биолого-технология, Ветеринар, Инженер, Природообустройство, Иҡтисад, Ситтән тороп уҡыу
Үҙәктәре
үҙгәртергә- Гуманитар белем биреү
- Өҫтәмә белем биреү һәм профориентация
Фәнни һәм фәнни-белем биреү учреждениелары
үҙгәртергәАуыл хужалығын химиялаштырыу ғилми-тикшеренеү институты
Уҡытыу-тәжрибә станцияһы
Ашлыҡ технологикяһы станцияһы
«Пригородное» хужалығында уҡыу полигоны
Төп эшмәкәрлеге
үҙгәртергәУниверситет тарафынан 40 меңдән ашыу ауыл хужалығы белгесе әҙерләнгән. Шуларҙан 9 кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы, 8 кеше — дәүләт премияһы лауреаты булған.
АДАУ аспиранттары һәм дәғүәселәре тарафынан йыл һайын уртаса 30 кандидатлыҡ һәм 2-3 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана.
Ректорҙары
үҙгәртергә- 1943—1946 Максим Лукьянов
- 1946—1951 Иван Михеев
- 1951—1973 Евгений Давыдов
- 1974—1977 Иван Крыжка
- 1977—1978 Борис Мартемьянов
- 1978—1982 Леонид Войтов
- 1983—1987 Владислав Шешин
- 1987—1997 Николай Бондарчук
- 1997—2004 Юрий Загороднев
- 2004—2009 Сергей Золотарев
- 2009—2014 Сергей Макарычев
- 2014— Николай Колпаков
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ http://www.asau.ru/ru/sveden/common
- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=82.200.47.208%20-%2082.200.47.223&type=inetnum