Алис Кунке

швед сәйәсмәне һәм тележурналисы.

Алиса Ба Кунка (швед. Alice Bah Kuhnke; 21 декабрь 1971 йыл, Мальмё) — Швеция сәйәсмәне, тележурналист.

Алис Кунке
швед. Alice Bah Kuhnke
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция[2][1]
Тыуған көнө 21 декабрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (52 йәш)
Тыуған урыны Västra Skrävlinge församling[d], Мальмё[d], Мальмёхус[d], Швеция[1]
Хәләл ефете Йоханнес Кунке[d][3]
Һөнәр төрө сәйәсмән, журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы, спортсы
Эш урыны Rättvisemärkning[d]
AFRY[d]
Биләгән вазифаһы министр культуры Швеции[d], депутат Европейского парламента[d][4][5], министр Швеции по делам церкви[d], министр Швеции по делам демократии[d], член Комитета риксдага по иностранным делам[d], член Комитета риксдага по делам Европейского союза[d], депутат риксдага[d][6] һәм депутат риксдага[d][7]
Уҡыу йорто Стокгольм университеты[d]
Ғилми дәрәжә бакалавр искусств[d] (ғинуар 2005)
Әүҙемлек урыны Стокгольм
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия зелёных[d]
Участвовал в выборах 2024 European Parliament election in Sweden[d]
Ойошма ағзаһы Партия зелёных[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 3108
 Алис Кунке Викимилектә

2014 йылдың октябре — 2019 йылдың ғинуарында Швецияның Лёвен етәкселегендәге «ҡыҙыл-йәшел» министрҙар кабинетында мәҙәниәт һәм демократия министры.

Биографияһы

үҙгәртергә

Атаһы — гамбиец. Әсәһе — швед. Векшала уҡығанында мәктәп уҡыусылары араһында иң яҡшы спринтер ҡыҙҙарҙың береһе була. 2003 йылда Стокгольм университетының политология факультетын тамамлай.

90-сы йылдарҙан киң мәғлүмәт сараларында эшләй. 1992-1997 йылдары «Sveriges Television» йәмәғәт телевидение менән бәйле. Унда эшмәкәрлеге «Disney Club» тапшырыуы менән башлана. 1998 йылдан TV4 тапшырыуында шәхси ток-шоу алып бара.

20012004 йылдарҙа Skandia страховка компанияһында департамент директоры вазифаһында эшләй.

2007 йылдан ғәҙел сауҙа өсөн көрәшеүсе «Rättvisemärkt3» ойошмаһының генераль сәркәтибе була.

2009 йылдың сентябренән ÅF компанияһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм социаль яуаплылыҡ мәсьәләләре өсөн яуаплы хеҙмәткәр.

Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Алиса Ба. 2001 йыл.

2013 йылда MUCF — йәштәр эштәре буйынса дәүләт агентлығының генераль директоры итеп тәғәйенләнә.

Дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙа һәм консультатив советтарҙа төрлө вазифалар биләй. Шул иҫәптән, швед сиркәүҙәренең синодында тора (2006—2010) һәм Үҫмерҙәр христиан ассоцияцияһының (YMCA—YWCA) швед бүлексәһендә вице-президент була.

Йәшелдәр партияһына ингәндән һуң өс көндән үткәс, 2014 йылдың 3 октябрендә Лёвен етәкләгән һул центрик хөкүмәтенең мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнә.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

2002 йылдан алып швед актеры һәи йырсыһы Йоханнес Ба Кунка менән никахта тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә