Алексеев Леонид Петрович
Леонид Петрович Алексеев | |
200px | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Вафат булыу көнө: | |
Вафат булған урыны: |
|
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: | |
Эшләгән урыны: |
НИИ нормальной патологической физиологии, Институт иммунологии |
Ғилми дәрәжәһе: |
медицина фәндәре докторы (1978) |
Ғилми исеме: |
Ҡалып:УЗ+ |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары |
Алексеев Леонид Петрович (4 июнь 1939 йылда Мәскәү - 29 ғинуар 2019 йыл Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй генетигы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы (2011), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (2014).
БиографияһыҮҙгәртергә
Алексеев Леонид Петрович 1939 йылдың 4 июнендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң ул Пирогов исеемендәге 1-се Мәскәү медицина институтына уҡырға инә һәм 1964 йылда 1-се Мәскәү медицина институтын уңышлы тамамлай.
Алексеев Леонид Петрович 1963-1970 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Нормаль патологик физиология институтында лаборант булып эшләй.
1970-1980 йылдарҙа — СССР Медицина фәндәре академияһының Органдар һәм туҡымалар трансплантологияһы институтында башта кесе, артабан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1980 йылдан алып Алексеев Леонид Петрович — Иммунология институтында лаборатория мөдире, бүлек мөдире, директор урынбаҫары булып тора.
2011 йылда Алексеев Леонид Петрович — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.
2014 йылда Алексеев Леонид Петрович — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы.
2019 йылдың 29 ғинуарында Мәскәү ҡалаһында вафат була.
Фәнни эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Инфекцион иммунология, иммунохимия, кеше иммуногенетикаһы, биотехнология, молекуляр генетика өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр алып бара.
Генетик контроль өйрәнеү иммун яуабын молекуляр-генетик һәм күҙәнәктәр кимәлендә генетик контролдә тотоу, кешенең ауырыүҙарға генетик тотороҡлолоғо һәм туҡымаларҙың яраҡлаша алыуына йоғонто яһаған факторҙарҙы өйрәнә.
Алексеев Леонид Петрович медицинаға хеҙмәт итеү барышында 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография яҙған. Ул шулай уҡ 32 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары етәксеһе.
НаградаларыҮҙгәртергә
- Рәсәй федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә Хөкүмәт премияһы (төркөм составында, 2011 йыл өсөн) — социаль әһәмиәтле иммунология һәм аллергология ауырыуҙарын профилактикалау һәм дауалауға аллергологик һәм иммунологик мониторлау системаһын ойошторғаны һәм практикаға индергәне өсөн[1].
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009)[2].
ИҫкәрмәҮҙгәртергә
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации № 146-р «О присуждении премий Правительства РФ 2011 года в области науки и техники». rg.ru. 27 ноябрь 2019 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 03.09.2009 № 1008. kremlin.ru. 27 ноябрь 2019 тикшерелгән.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Профиль Леонида Петровича Алексеева РФА рәсми сайтында
- Алексеев Леонид Петрович (ИС АРАН). isaran.ru. 27 ноябрь 2019 тикшерелгән.