Алексеевск ҡапҡалары

Алексеевск ҡапҡалары — Аҙау ҡәлғәһенең XV быуаттағы төп ҡапҡалары, хәрби-инженер сәнғәте һәйкәле. Ҡапҡалар үҙҙәре һуңғараҡ осор — XVII-XVIII быуаттар менән билдәләнә. Алексеевск ҡапҡалары ҡәлғәгә көньяҡтан инеү өсөн хеҙмәт итә. Ер уры һәм соҡор менән бергә нығытманың һаҡланып ҡалған берҙән-бер участкаһын тәшкил итә һәм федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә инә[1].

Иҫтәлекле урын
Алексеевск ҡапҡалары
alt=Алексеевск ҡапҡалары Алексеевские ворота

Алексеевск ҡапҡалары
Алексеевские ворота (Ростов өлкәһе)
Точка
Алексеевские ворота
Ил Рәсәй
Урыны Аҙау, Ростов өлкәһе
Нигеҙләнгән XVII-XVIII быуаттар
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110021002№ 6110021002

Төрөктәр төҙөгән Аҙау ҡәлғәһе 1696 йылда Петр I етәкселегендәге уңышлы Аҙау походтары һөҙөмтәһендә Рәсәй ҡулына күсә. Рәсми рәүештә Аҙауҙың Рәсәйҙеке икәнлеге Рәсәй менән Төркиә араһында төҙөлгән Константинополь солох килешеүе менән нығытыла. XVIII быуатта австриялы А. Я. Лаваль етәкселегендә Рәсәй хәрби инженерҙары ҡәлғә урҙарын үҙгәртеп ҡора һәм ун бер, шул иҫәптән Алексеевск ҡапҡаһын да төҙөй. Башта улар ағас була, әммә 18011805 йылдарҙа таштан эшләнә[2].

1935 йылдарҙа Аҙау ҡәлғәһе территорияһында Ростов өлкә Һөйкәлдәрҙе һаҡлау бюроһы тарафынан археологик ҡаҙыныу эштәре алып барыла. Был ваҡытҡа нығытма тулыһынса емерелгән була, Алексеевск ҡапҡаларынан ике параллель таш диуар ғына тороп ҡала. Реставрация барышында тарихсылар һәм архитекторҙар уларға тәү баштағы һыҙаттарын кире ҡайтарырға тырыша. Ул ваҡытта ҡәлғә таштан һәм кирбестән һалынан, көмбәҙле туннеле була. Хәҙер ҡапҡа диуарҙарына бер нисә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6110021002 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
  2. Алексеевские ворота. Памятники Дона. Дата обращения: 6 март 2017.(урыҫ.). Памятники Дона. 6 март 2017 тикшерелгән.
  3. Крепостные валы с Алексеевскими воротами. Ассоциация малых туристских городов. Дата обращения: 6 март 2017. 2017 йыл 10 август архивланған.(урыҫ.). Ассоциация малых туристских городов. 6 март 2017 тикшерелгән.