Александр Ханжонков һәйкәле (Дондағы Ростов)
Александр Ханжонков һәйкәле — Дондағы Ростов ҡалаһында рәсәй кинематографисы Александр Алексеевич Ханжонковҡа ҡуйылған һәйкәл. Ул 2016 йылдың 24 авгусында[1] Буденный проспектында асыла. Һәйкәлдең авторы Ростов скульпторы Сергей Олешня. Асыу тантанаһында билдәле актёрҙар һәм телетапшырыуҙар алып барыусылар ҡатнаша.
Һәйкәл | |
Александр Ханжонков һәйкәле
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Скульптор | Сергей Олешня |
Бейеклеге | 2,5 метр |
Тарихы
үҙгәртергәКинематографист Александр Ханжонковҡа һәйкәл төҙөү һәм ҡуйыу — журналист Любовь Суркова идеяһы. Ул был тәҡдим менән ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, һәм унда идея яҡлау таба. Эскиздар өҫтөндә эш башлана. Һөҙөмтәлә ике эскиз эшләнә һәм уларҙың береһе тормошҡа ашырыла. Скульпторы Сергей Олешня[2] була, постаментын Дворников Юрий Яковлевич эшләй[3]. Әммә уларҙан тыш башҡа скульпторҙар һәм архитекторҙар ҙа эшкә йәлеп ителә.
Скульптураны урынлаштырыу өсөн урын осраҡлы ғына һайланмай: ул режиссёр һәм сценарист Ханжонков уҡыған Алексеев гимназияһы бинаһы ҡаршыһында урынлашҡан, ошо урындан йыраҡ түгел киностудия урынлашҡан. Шулай уҡ ике мемориаль таҡтаташ ҡуйыу планлаштырыла: режиссёр уҡыған бинала һәм ул тәүге тапҡыр кино күргән урында.
Боронғо фотокамера менән Ханжонков һыны бронзанан ҡойолған. Постамент бейеклеге 2 метрға тигеҙ, скульптураның бейеклеге — 2,5 метр. Һәйкәл асыу тантанаһы Bridge of Arts[4] мотивацион кино халыҡ-ара фестиваленең беренсе көнөндә ойошторола. Скульптура асыу тантанаһында артистар Ирина Безрукова һәм Ирина Бабенко, телетапшырыуҙар алып барыусы Дмитрий Дибров, продюсер Депардье Алан ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Ростове-на-Дону открыли памятник Ханжонкову
- ↑ Ростов-на-Дону: памятник «пионеру русского кинематографа» Ханжонкову готов
- ↑ В Ростове-на-Дону открыт памятник пионеру русского кинематографа Александру Ханжонкову 2017 йыл 7 июль архивланған.
- ↑ В Ростове-на-Дону открыли памятник пионеру русского кино Ханжонкову 2017 йыл 7 март архивланған.