Александр Фадеев һәйкәле
Александр Фадеев һәйкәле — совет яҙыусыһы Александр Алексадрович Фадеевҡа (1901—1956) һәм уның «Разгром», « Молодая гвардия» әҫәрҙәре геройҙарына арналған скульптура ансамбле. Һәйкәл Мәскәүҙең Миусс майҙанында Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайы алдында ҡуйылған. Монументтың авторы — скульптор В. А. Федоров, архитекторы — М. Е. Константинов, В Н. Фурсов[2]. Һәйкәле мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].
Александр Фадеев һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1973 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Тверской районы[d] |
Жанр | паблик-арт[d] |
Булдырыусы | Фёдоров, Владимир Алексеевич (скульптор)[d] |
В память о | Александр Александрович Фадеев[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Һүрәтләнгән объект | Александр Александрович Фадеев[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27602970? |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d][1] |
Указания, как добраться | Миусская площадь |
Александр Фадеев һәйкәле Викимилектә |
Асыу
үҙгәртергәҺәйкәл асыу тантанаһы 1973 йылдың 25 ғинуарында ҙур халыҡ йыйылышы алдында үтә. Тантана Мәскәү ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе В. Ф. Промыслов сығышы менән башлана. Һуңынан СССР Яҙыусылар Союзы идараһының беренсе секретары Г. М. Марков А. А. Фадеев ижады тураһында телмәр тота. А. Фадеев. Шулай уҡ тантанала КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары П Н. Демичев һәм М. С. Соломенцевтар ҙа ҡатнаша[4].
Тасуирлама
үҙгәртергәСкульптура ансамбле гранит блоктарҙан торған подиум-майҙансыҡта урынлашҡан. Үҙәгендә — А. А. Фадеевтың бронза скульптураһы, ул һоро гранит пьедесталөҫтөнә баҫтырылған. Яҙыусы баҫып тора, уң ҡулына китап тотҡан. Үҙәк скульптуранан һулда — «Разгром» романы геройҙары: һыбайлы Левинсон менән Метелица, яуға ташланырға әҙерләнгән һымаҡ, өҙәңгегә баҫып торалар. Уң яҡта «Йәш гвардия» ойошмаһы ағзалары булған биш комсомолы һүрәтләнгән[2].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 62-64 с. ISBN 5-295-02294-3.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Протокол секции № 1 «Историко-культурная экспертиза объектов» ИКЭС при МКН № 1/22 от 21.08.2008
- ↑ 2,0 2,1 Кожевников Р. Ф. Памятник Фадееву А. А. // Скульптурные памятники Москвы. — М.: Московский Рабочий, 1983.
- ↑ Хөкүмәт һәм Мәскәү Мэры Вестник № 65. ноябрь 2011 (2189)(недоступная ссылка)
- ↑ Александр Фадеев һәйкәл 2018 йыл 9 июль архивланған. // «Огонек» 3 февраль 1973