Александр Невский сиркәүе (Сулин акционерҙар йәмғиәте заводында)

Викидатала элемент тултырылмаған

Александр Невский сиркәүеРостов өлкәһе Ҡыҙыл Сулин районының Сулин заводы янында 1990 йылда төҙөлгән

Александар Невский сиркәүе 1990 йылда итальян оҫталары тарафынан Сулин суйын ҡойоу заводы хужаһы Николай Петрович Пастуховтың аҡсаһына төҙөлгән. Ул Дон Ғәскәрҙәре өлкәһе идаралығына Сулин заводы эргәһендә таш сиркәү төҙөү тураһында үтенеес менән мөрәжәғәт итә. Сиркәүҙең төҙөлөшө менән Н.П. Пастуховтың улы Петр шөғөлләнә. Александр Невский сиркәүе итальян оҫталарының проекты буйынса төҙөлә, уларҙы Италиянан Николай Петровичтың улы алып ҡайта. Төҙөлөш ике йыл бара.Төҙөлөшкә һәм сиркәү йыһаздары өсөн Пастуховтар 61 мең аҡса тотона. Исемлектә сиркәү таштан һәм тимер ҡалай менән ябылған тип билдәләнә. Унда изге кенәз Александр Невскийға бағышланған тәхет була. Изге Синодтың Указы раҫлаған штат буйынса рухани һәм псаломсы составында 1901 йылдың 28 декабрендә мәхәллә асыла. 1903 йылда штат ике рухани, ике псаломсы һәм дьяконға арта Рухани һәм сиркәү әһелдәре өсөн завод биләмәһендә сиркәү аҡсаһына 1904 һәм 1905 йылдарҙа ике кирбес йорт төҙөлә, улар сиркәү милке булып тора. Мәхәлләлә 105 томдан торған сиркәү китапханаһы була.

Руханиҙары

үҙгәртергә

- Критский Михаил -1909 йыл.

- Александров Иоанн Григорьевич - декабрь 1909 йыл

- Поляков Савва Иоаннович. Бармица (1904 й.) һәм башлыҡ (1907 й) менән бүләкләнгән -19171919 йылдар

- Розанов Василий

• Кудрявцев, В. Церковь Александра Невского на заводе Сулинского акционерного общества / В. В. Кудрявцев // Сулинская земля: страницы истории. – Ростов н/Д., 1999. – С.157 – 160.

• Кудрявцев, В. Страницы прошлого листая [исследования истории Сулинской земли] / В. В. Кудрявцев. – Красный Сулин, 2004. – С.37.

• Подгорная, О. Улица Ворошилова / О. В. Подгорная // Красный Бумер. – 2010. – 20 окт. (№41). – С.6.

http://ru.wikipedia.org/

• Sobory.ru

• Krsulin.ru