Александро-Свирский монастыры
Изге Троица Александро-Свирский монастыры — Ленинград өлкәһендәге православие ирҙәр монастыры , XVI һәм XVII быуаттарҙың архитектура ҡомартҡыһы булараҡ билдәле.
Александро-Свирский монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1487[1] |
---|---|
Нигеҙләүсе | Александр Свирский[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Старая Слобода[d] |
Епархия | Тихвинская епархия[d] |
Бағышланған | Троица[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Cultural heritage monuments in Lodeynopolsky District[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][2] |
Рәсми сайт | svirskoe.ru |
Александро-Свирский монастыры Викимилектә |
Рощинский күле ярында, Лодейное Поле ҡалаһынан 21 км алыҫлыҡта, урынлашҡан.
Тарих
үҙгәртергәИзге монастырға нигеҙ һалыусы — Александр Свирский, был xv быуат аҙағында Олонецкий крайының кеше йөрөмәгән урмандағы мәжүси халыҡтарҙың ултыраҡтарында — карел, вепс, чудь халыҡтары йәшәгән ерҙә була. Тиҙҙән Александр Свирскийҙың шәкерттәре барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусы тере сағында уҡ монастырҙың бер-береһе менән бәйле ике урыны (бүлеге) барлыҡҡа килә, әммә улар бер-береһенән бойондороҡһоҙ комплекстан торған: Троицкий монастырь бүлеге һәм ундағы монахтар өсөн бүлмәләр һәм Преображенский монастырь бүлеге — зыярат янында. Уларҙы күл буйлап барған юл ғына берләштереп торған.
Троицкий бүлеге өлөшөндәге аш бүлмәле ҙур булмаған Покровский сиркәүе — монастырҙың иң боронғо ҡоролмаһы. Ул Александр Свирскийҙың үҙе ҡатнашлығында 1533 йылда батша Василий I ярҙамы менән төҙөлгән.
XVII быуат уртаһында монастырға Введено-Оятский монастыры беркетелә.
1764—1786 йылдарҙа монастырҙың Троицк бүлеге Олонецкий, Каргопольский, Новгород епархиялары викарийҙарының резиденцияһы була.
1873 йылда Свирский монастыры Олонецкий һәм Петрозаводский епископлығы ҡарамағында тора, ә монастырҙа наместниклыҡ ойошторола. 1890 йылдн алып монастырь руханийы - архимандриттың айырым эшләү һәм йәшәү урыны була.
1900 йылда монастырь территорияһында император һәм уның ғаиләһе мөғжизәле рәүештә император поезы касафатында үлемдән ҡотолоп ҡалғаны иҫтәлегенә ағас сиркәү төҙөлә.
1918 йылдың көҙөндә монастырҙы чекистар баҫып ала һәм талай, ә уның руханийы архимандрит Евгений (Трофимов) Олонец ҡалаһында атып үлтерелә.
Совет власы йылдарында монастырь ГУЛАГ системаһының Свирьлаг холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагеры, балалар һәм инвалидтар йорто итеп файҙаланыла. Бер аҙ ваҡыт монастырҙа техникум урынлашып тора, ә Троицк бүлегендә 1953—2009 йылдарҙа Свирь психиатрия дауаханаһы урынлаша.
1997 йылда монастырь тергеҙелә башлай. Лодейное Поле һәм Тихвин епискобы Мстислав фатихаһы менән 2012 йылда Байрам архиерей хоры булдырыла. Хор составын БДБ илдәрендә юғары музыка йорттарын тамамлаусылар тәшкил итә. Улар XIX—XX быуаттарҙағы рус, белорус һәм украин халыҡ йырҙарын, боронғо византия сиркәү йырҙарын башҡара.
Александро-Свирский монастыры ихатаһы 2015 йылда Санкт-Петербург ҡалаһы Невский районының Веселый ҡасабаһы биләмәһендә тора.
Монастырҙың ҡорамдары
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Свято-Троицкий Александро-Свирский монастырь. — СПб., 1901.
- Никодим, архимандрит. Настоятель Александро-Свирского монастыря архимандрит Агафангел. — Петрозаводск, 1910.
- Детчуев Б. Трагедия в монастыре: [Александро-Свирский монастырь Олонецкого уезда] // Север. — 1991. — № 12. — С. 126—136.
- Галкин А. К. Александро-Свирский монастырь как резиденция викарных епископов и центр духовного образования // Санкт-Петербургские епархиальные ведомости. — Вып. 34. — 2006. — С. 11—15.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт
- Сойкин П. П. Александро-Свирский монастырь в Олонецком уезде // Православные русские обители: Полное иллюстрированное описание православных русских монастырей в Российской Империи и на Афоне. — СПб.: Воскресение, 1994. — С. 153—154. — 712 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-88335-001-1.
- ↑ (unspecified title) (ингл.)
- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960