Алаш эше — 1928 йылдан алып «Алаш» партияһы ағзаларына ҡаршы массауи репрессиялар. Ҡулға алғандан һуң улар совет власына ҡаршы ҡораллы көрәштә ҡатнашыуҙа, милләтселек өгөтләү алып барыуҙа, СССР-ға ҡаршы көрәшкән сит ил дәүләттәре менән бәйләнештәрҙә ғәйепләнә. 1930 йылдың апрелендә яҡынса 40 кеше төрлө сроктарға хөкөм ителәләр, атып үлтереүгә (һуңынан 10 йыл төрмәлә улытырыуға алмаштырыла). Улар иҫәбендә: Әхмәт Байтурсынов, Мыржаҡып Дулатов, Мырҙағәли Есполов, Хәлел Ғәббәсов, Ғәзимбәк Биримжанов һәм башҡалар. Халел һәм Йыһанша Дуҫмәхәмәтовтар, Мәғжән Йомабаев, Елдес Омаров, Ибраһим Сатбаев, Әбүәли Әдилов, Абдулла Үҙәкбаев һөргөнгә ебәрелә. Тикшереү аҫтында Мөхтәр Әуәзов, Вәлихан Омаров, Билал Сулеев, Әлимхан Ермеков, Даниял Искаков булып, һуңынан азат ителәләр.

Алаш эше

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Ҡаҙаҡ ССР-ында репрессиялар

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Алашское дело // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
  • Нурпеисов К., Алаш һәм Алашорда, Алматы, 1995;
  • Дулатова Г., Шындық шырағы, Алматы, 1995.