Алабейә (һырт)
Алабейә — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Алабейә | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 12 км |
Киңлеге | 5 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 1016 м |
Урынлашыуы | |
54°30′35″ с. ш. 57°54′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәУчалы районы буйлап көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан Яйыҡ һәм Уй йылғалары баштары араһында һуҙылған.
Оҙонлоғо 11 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 5 км, абсолют бейеклеге 1016 м (Йомро Сусаҡ тауы). Түбәһе яҫы, тар, киңлеге 40‑тан 50 м тиклем. 800 м ашыу түбәләр өҫтөнлөк итә; һыртта 1010, 1001 һәм 874 м бейеклектәге 3 түбә айырылып тора, һырттар араһындағы уйпатлыҡтар 700—800 м бейеклектә ята.
Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш өлөштәрендә текә стеналар һәм йәмле курумдар бар. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы кварциттары һәм конгломераттарынан, урта рифейҙың әүжән свитаһыһәүерташтары һәм доломиттарынан тора.
Ландшафтары, асыҡ ҡайын-ҡарағай урмандары менән ҡапланған ситке көнбайыш өлөшөн иҫәпләмәгәндә, далалы. Түбәһендә төрлө болонло дала үләндәре үҫә.
Топонимика
үҙгәртергәИсеме Алабейә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Алабейә (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://perevalnext.ru/predanya/vseurals/hrebet-alabiya 2013 йыл 24 декабрь архивланған.
- http://yuzhnyj-ural.ru/obekty/hrebtyi/151-alabija.html