Акурала Изге Давид сиркәүе (груз. აკურის მამადავითის ეკლესია ) - көнсығыш Грузияла Кахетия өлкәһендә урынлашҡан грузин сиркәүе. Ун өс ассирия руханийының береһе Давид Гареджаға бағышланған IX быуат сиркәүе өс ҡатлы базиликанан ғибәрәт. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исмелегенә индерелгән[1]

Сиркәү урманда Алазань йылғаһының ҡушылдығы Вантишевиҙың уң ярында, Кахетияның көнсығыш өлөшөндә Телави муниципалитетының Акура ауылынан яҡынса 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Сәнғәт белгесе Георгий Чубинашвили сиркәүҙе монах Илларион үҙенең әсәһе һәм һеңлеһе өсөн 855 йылдарҙа төҙөгән исемһеҙ сиркәү тип яҙа. 1597 йылда Кахетиялағы король Александр II үҙенең һеңлеһе Акура монастырына китеү осрағы менән уны тергеҙә[2]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Сиркәү 17.3 × 12.8 метр ҙурлыҡтағы өс нефлы базиликанан ғибәрәт. Ул брусчатка һәм кирбестән төҙөлгән. Ҡабырға нефтары үҙәк нефтан һәп яҡлап берәр аркалы колонна менән айырыла. Төньяҡ нефы буй диуар менән ике аркады бухтаға бүленә. Көнбайыш диуарҙа эстән фрескалар фрагменттары һаҡланған. Көнсығыш фасад шулай уҡ фрескалар, медальондар, Ғайса пәйғәмбәр һәм уны уратып алған фәрештәләрҙең һүрәттәре менән биҙәлгән. Көнсығыш һәм көнбайыш диуарҙарҙа өлөшләтә зыян күргән грузин урта быуат алфавитында яҙылған IX быуатҡа ҡараған дүрт яҙыу бар[3]. Төньяҡ фасадҡа беркетелгән контрфорстар һәм иконостас XVI быуатҡа ҡарай[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgiano). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Consultado el 24 de agosto de 2019.
  2. Dvali, Tamaz, ed. (2015). Historical and cultural monuments of Georgia: Summa, vol. 1-II (en georgiano). Tbilisi: Metsniereba. pp. 139-150.
  3. Barnaveli, Teimuraz (1962). Inscriptions from the historical monuments of Kakheti (en georgiano). Tbilisi. pp. 7-10.
  4. Tumanishvili, Dimitri; Vacheishvili, Nikoloz; Shavishvili, Maka; Chkhaidze, Mamuka (2010). «Akura "Mamadaviti"». Monuments of Georgia's Cultural Heritage. Tbilisi: National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. p. 184. ISBN 978-9941-0-2725-3.