Аксай ер аҫты ҡыуышлыҡтары

Аҡсай ер аҫты ҡыуышлыҡтарыРостов өлкәһенең Аҡсай ҡалаһындағы ер аҫты ҡыуышлыҡтары[1].

Аксай ер аҫты ҡыуышлыҡтары
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аксай[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Аксай ер аҫты ҡыуышлыҡтары Викимилектә

Ер аҫты ҡыуышлыҡтарының барлығы тураһында тәүге ведомостар Петр I ваҡытына ҡарай. XVIII быуаттағы мәғлүмәттәр буйынса, Усть-Аҡсай станында ҡәлғәнән алыҫ түгел казематтар урынлаша. Унда әсирлеккә алынған төрөктәр ябыла. Улар ер аҫты ҡыуышлыҡтары төҙөү өсөн ҡулланыла. 1850 йылға Аҡсайҙа яҡынса төрлө тәғәйенлештәге 30 ер аҫты ҡоролмаһы иҫәпләнә. Дмитрий Ростовский ҡәлғәһен төҙөүсе инженер Александр Ригельман әйтеүенсә, был урында бина аҫтында урынлашҡан ер аҫты ҡоролмаһы була. Ҡоролмаға инеү урыны күп булған. 1970 йылда яңы объект — «Донплодопром» автохужалығында урынлашҡан районда ер аҫты юлы табыла. Ишеге боронғо, сукеп эшләнгән, ике яҡлы. Таш бағаналары уның ныҡлығы өсөн ҡулланылған. Ишек артында юл булған, әммә табылыу ваҡытына ул күмелгән. Был урында элек дары заводы булған, складтары ваҡыт үтеү менән шартлаған, ә урыны Дары урҙаһы тигән исем алған.

Аксайҙа элек ҡоҙоҡ булған. Уны төҙөү өсөн эзбизташ ҡулланылған. Ҡоҙоҡтан йәшерен бүлмәгә алып барыусы юл булған. Ҡоҙоҡ XVIII быуатта төҙөлгән. Ҡоҙоҡта һыу 4-5 метрға тулған, киңлеге ҙур булмаған. Унда шулай уҡ баҫҡыс табылған. Ҡоҙоҡтоң стенаһы артында ағас һикеләр һәм буш шешәләр менән бүлмә йәшеренгән[2].


Аҡсай ҡалаһы ер аҫты ҡыуышлыҡтарына ҡараған объекттарҙың исемлеге ҙур. Был хәрби-тарихи музей комплексының экспозицияһы, уға туристар килә ала. Комплексҡа шулай уҡ Таможня заставаһы ер аҫты, Кобяков ҡаласығы катакомбалары, шулай уҡ Мухин урҙаһы туннелдәре һәм мәмерйәләр ҡарай. Фажиғә осраҡтарын иҫәпкә алғанда, боронғо ер аҫты ҡыуышлыҡтарында әлегә тиклем тоҙаҡтар һаҡланғынлығы тураһында уйланырға нигеҙ бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә