Айыутоҙаҡлаған (һырт)
Айыутоҙаҡлаған — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Айыутоҙаҡлаған | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 10 км |
Киңлеге | 4,5 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 500 м |
Урынлашыуы | |
54°30′35″ с. ш. 57°54′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәБелорет районында Бирйән һәм Ҡусағаҙы йылғалары (Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары) араһынан көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо 10 км. Төньяҡ өлөшө (киңлеге 4,5 км) күп уйһыулыҡтар менән йырғыланған, бында 5 түбә айырылып тора; көньяҡ өлөшөнә (киңлеге 3 км) йомро түбәләр, текә битләүҙәр хас. Һырттың бейеклеге 500 м ашыу.
Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтары, алевролиттары, һәүерташтарынан тора.
Ландшафтары ныҡ айырымланған. Тау-урман тупрағында киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы, асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы урмандар таралған.
Топонимика
үҙгәртергәБыл тауҙа айыуға тоҙаҡ ҡорғандар. Атамаһы шунан алынған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Айыутоҙаҡлаған (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.