Айлостера, Ребуция
Rebutia muscula
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Ҡәнәфер сәскәлеләр
Ғаилә: Кактустар
Суб-ғаилә: Cactoideae
Триба: Trichocereeae
Ырыу: Айлостера
Латинса исеме
Rebutia K.Schum.
Ҡайһы бер төрҙәре
NCBI 432459

Айлостера — кактустар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Нәҫелдә 14-кә яҡын төр бар.

Бүлмә гөлдәре тотоусыларға был гөл бик таныш. Үҫтереү шарттарына талымһыҙ, бәләкәй генә бүлмә гөлө (кактус). Һабағының диаметры − 3-5 см, 1-3 урта сәскәһе була. Сәскәһе сағыу ҡыҙыл, ә оҙонлоғо 15 см-ға етә.

Һыу һибеү ҡыш көнө бик аҙ талап ителһә, йәй көнө уртаса кимәлдә һибелә. Һауа температураһына талабы йәйен 21-22° булһа, ҡышын 18° тирәһе була, тик түбән төшөрөү ярамай.

Йәй көнө баҡсаға сығарырға ла була, ҡояшлы урындарҙы ла үҙ итә.

Айына бер тапҡыр кактустарға тәғәйенләнгән комплекслы ашлама менән ашларға кәрәк. Ул орлоҡ аша ла үрсей, әммә өлөштәрен алып та үрсетәләр. Ултыртыу өсөн уға ике өлөш кәҫле, бер өлөш серетмә, бер өлөш ҡомло тупраҡтан торған ер әҙерләйҙәр.

Һалҡын урында ул сәскә атып бармай.

Рәсемдәр

үҙгәртергә