Азат итеү (Стәрлетамаҡтағы монумент )
Һәйкәл | |
Азат итеү
| |
Урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡортостан |
Скульптор | М.П. Шабалтин |
Архитектор | Ю. А. Подрядов |
Төҙөлөшө | 1973—1975 йылдар |
Материал | бетон |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Айырым постаментта иҫке мемориаль таҡтаташ менән һәйкәл |
«Азат итеү» — Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы монумент, 1919 йылдың майында граждандар һуғышы барышында А. Е. Воробьёв командованиеһы аҫтында 20-се Пенза уҡсылар дивизияһының был ҡаланы алыуына арналған.
Тарихы
үҙгәртергәСтәрлетамаҡ ҡалаһын алыуҙың 56-йыллығына (ҡала колчаксыларҙан 1919 йылдың 25 майында тартып алына), ҡаланы азат итеү датаһы хөрмәтенә, шул һуғыш геройҙары — эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһының Көнсығыш фронты 20-се Пенза уҡсылар дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә, бик аныҡ булмаған исем йөрөтөүсе 23 май урамында монумент урынлаштырырға ҡарар ҡабул ителә[1]. Һәйкәлде Стәрле йылғаһының уң яҡ бейек ярында урынлаштыралар. Композиция авторҙары-архитектор Ю. А. Подрядов (XX быуаттың 70-се йылдарында Стәрлетамаҡ ҡалаһының баш архитекторы) һәм скульптор М. П. Шабалтин. Асыу тантанаһы 1975 йылдың 25 майында үтә.
Тасуирлама
үҙгәртергәМонументтағы барельефтар һалдаттар-ополчениела хеҙмәт итеүселәрҙе һүрәтләй, улар араһында ҡыҙ — санитар отрядтан Нина Теплова бар.
Реконструкциялағанға тиклем һәйкәлдәге «1919 йылдың 25 майында Стәрлетамаҡты аҡгвардееецтарҙан азат иткән Ҡыҙыл Армияның Көнсығыш фронты 20-се Пенза уҡсылар дивизияһы яугирҙары һәм командирҙарына»[2] тигән яҙыулы мемориаль таҡта бейек булмаған постаменттың үҙенә урынлаштырылған була.
Мемориаль ансамблде реконструкциялау барышында мемориаль табличка ҡуйылған постамент һүтелә; яңы таҡтаташ яугир скульптураһы пьедесталында пилон алдында ҡуйылған.