Адыгей дәүләт университеты

Адыгей дәүләт университеты — Адыгей Республикаһының баш ҡалаһы Майкоп ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто — Рәсәй Федерацияһында,

Адыгей дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1940[1][2]
Рәсми атамаһы Майкопский учительский институт, Майкопский государственный педагогический институт, Адыгейский государственный педагогический институт һәм Адыгейский государственный университет
Ҡыҫҡаса атамаһы АГПИ һәм АГУ
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Майкоп
Рәсми сайт adygnet.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Адыгейского государственного университета[d]
Карта
 Адыгей дәүләт университеты Викимилектә

Улар тыуған иле өсөн көрәште! Университеттағы мемориаль таҡтаташ. Майкоп 2014.
Академик Яновский Р. Г. һәм фәнни конференцияһы делегаттары Адыгей дәүләт университетында, Майкоп 28.5.2002. Уның һул яғында адмирал Тхагапсов М. М. һәм генерал Дорофеев А. А.

Тарихы үҙгәртергә

Адыгей дәүләт университетының тарихы 1940 йылда башлана, ошо йылда Майкоп уҡытыусылар институты асыла, 1952 йылдан ул Адыгей педагогия институты, ә 1993 йылдан — дәүләт университеты. Хәҙерге осорҙа Адыгей дәүләт университеты Адыгей Республикаһының алдынғы уҡыу һәм тикшеренеү үҙәге булып тора.

Структураһы үҙгәртергә

  • Институттары:
    • Сәнғәт институты
    • Физик культура һәм дзюдо институты
    • Комплекслы проблемалар ғилми-тикшеренеү институты
  • Факультеттары:
    • математика һәм компьютер фәндәре
    • инженер-физика
    • тәбиғәт белеме
    • тарих
    • филология
    • адыгей филологияһы һәм мәҙәниәте
    • сит телдәр
    • юридик
    • иҡтисад
    • педагогия
    • социаль технологиялар һәм туризм
    • халыҡ-ара

Университеттың Апшеронск, Белореченск, Ейск, Новокубанск, Сочи ҡалаларында, Кошехабль.ауылында филиалдары бар.

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Университетта уҡытыу юғары һәм урта һөнәри белембиреүҙең 42 һөнәре буйынса алып барыла.

Университетта яҡынса 12 000 студент уҡый, шуларҙың 2 меңгә яҡыны — сит ил студенты.

Уҡытыусылар составы — яҡынса 650 кеше, шуларҙан 100 самаһы фән докторы һәм 400 тирәһе фән кандидаты.

Дөйөм мәғлүмәт үҙгәртергә

Университеттың адресы: Рәсәй, 385000, Майкоп ҡалаһы, Беренсе май урамы, 208.

Университет ректоры — Мамий Дауыт Казбекович.

Ректорҙары үҙгәртергә

  • Ячик Александр Карухович
  • Хутыз Ким Консаович
  • Хунагов Рәшит Думаличевич (1996-2019 йй.)
  • Мамий Дауыт Казбекович (2019 йылдан)



Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942