Адмиралтейство биҫтәһе (Таганрог)

Адмиралтейсство биҫтәһе, шулай уҡ Диңгеҙ кварталдары — элекке балыҡ эшкәртеү заводының ҡомло яр буйы территорияһы, Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында Некрасов тыҡрығы менән Пушкин, Шевченко урамдары киҫешкән урындың исеме[1].

Иҫтәлекле урын
Адмиралтейство биҫтәһе (Таганрог)
Адмиралтейство биҫтәһе
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Беренсе тапҡыр 04.12.1775 йыл
Бөгөнгө хәле һаҡланмаған

1775 йылдың 4 декабрендәге документаль сығанаҡтарға ярашлы, Таганрог ҡалаһында Адмиралтейство эшләгән. Император ҡатын Екатерина II ваҡытында ҡомло морон территорияһында 20 тимерлек эшләгән. Уның янында слесарь һәм фонарь эшләүсе оҫтахана урынлашҡан, машиналар бүлмәһе һәм йәшерен бүлмәләр булған.

Адмиралтейство биҫтәһендә махсус мачталар һарайы һәм башҡа биналар була, улар төрлө кәрәк-яраҡтар, пушка станоктары һәм такелаж өсөн ҡулланылған. Яр өҫтөндә шлюпкалар эшләү оҫтаханалары торған. Улар шлюпкалар һәм башҡа төр диңгеҙ караптарын һаҡлау өсөн файҙаланылған. Ағас һаҡлай торған махсус биналар ҙа булған. Шулай уҡ елкән эшләү махсус оҫтаханаһы эшләгән, унда диңгеҙ провизияһы һаҡлай торған урын да булдырылған. Диңгеҙгә төшә торған ярҙың һул яғында баш командир йорто төҙөлгән, уң яғында порт конторы урынлашҡан, семәр яһау оҫтаханаһы, гауптвахта һәм ҡарауыл йорто торған[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә