Аделаида татар-башҡорт ассоциацияһы (Австралия)

Аделаида татар-башҡорт ассоциацияһыАвстралияның Аделаида ҡалаһында эшләп килеүсе татар-башҡорт йәмғиәте.

Аделаида татар-башҡорт ассоциацияһы
Дәүләт  Австралия
Административ-территориаль берәмек Аделаида[d]

Тарихы үҙгәртергә

Австралияның татар диаспораһы Икенсе донъя һуғышынан һуң формалаша башлаған. Уның нигеҙен Ҡытай Маньчжурия провинцияһынан эмиграцияланған татарҙар һалған, 1945 йылда унда совет ғәскәрҙәре ингән һәм татар йәмғиәте ойошҡан Харбинда, Мукденда, Хайларе һәм башҡа ҡалаларҙа емергән. Көньяҡ Австралияла тәүге татар ҡатын-ҡыҙы — Миһира Хәйретртдинова-Надольная, ул 1949 йылда Германиянан башҡа 907 немец концлагерҙары тотҡондары менән бергә килгән.

1950 йылдан башлап Германия, Польша, Маньчжуания һәм Көнсығыш Төркөстан (Ҡытай), Япония, Төркиә, һуңғы ваҡытта Рәсәй Федерацияһынан Көньяҡ Австралияға татарҙарҙың миграцияһы башлана. Бөгөн Австралияның татар-башҡорт диаспораһында 500-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Австралияның төрлө ҡалаларында яҡынса 100 татар-башҡорт ғаиләһе йәшәй, иң ҙур община Аделаидта урынлашҡан. Башҡа ҡалаларҙа — Сиднейҙа (20-гә яҡын ғаилә, 100 кеше) һәм Мельбурнда (30 кеше).

Австралияның татар диаспораһы бер нисә ойошмаға берләшкән. 1984 йылда Сәғит Саҙри хәләл ефете Ләйлә Саҙри (Ғәбитова) менән Көньяҡ Австралия татарҙары ассоциацияһын ойоштора, тарихи яҡтан был иң беренсе ойошма. Ойошмалар араһында иң ҙуры — Австралияла Аделаида татар-башҡорт ассоциацияһы булып тора, ассоциацияны 1990 йылда Башҡортостандың Австралия союзында рәсми вәкиле Зия Маски ойошторған. 2004 йылдан Ассоциацияны татар мәҙәниәте хәрәкәте ағзаһы Шухрат Вәлиф (Вәлиев) етәкләй. Ассоциация рәсми рәүештә 1990 йылда теркәлгән. Ысынында иһә ул 1985 йылдан эшләп килә.[1]

Ассоциация Рамаҙан, Ҡорбан, Һабантуй байрамдарын үткәрә. Татар-башҡорт мәктәбе 1981 йылдан эшләп килә. Мәктәптә балаларға туған телде, йолаларҙы, халыҡтың бай мираҫын өйрәтәләр.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Башҡорт йәмәғәт берекмәләре исемлеге

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә