Адавие Эфендиева
Адавие́ Эфе́ндиева (ҡырымтат. Adaviye Efendiyeva, Адавие Эфендиева; 1879, Евпатория — 1944, Сәмәрҡәнд эргәһендә, Үзбәкстан) — ҡырым татар рәссам-орнаменталисы[1][2].
Адавие Эфендиева | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 1879 |
Тыуған урыны | Евпатория[d], Таврида губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1944 |
Вафат булған урыны | Сәмәрҡәнд, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | рәссам, вышивальщик |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Adaviye Efendiyeva |
Адавие Эфендиева Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАдавие Эфендиева 1879 йылда Таврида губернияһының Евпатория ҡалаһында тыуған. Иртә йәштән өләсәһенән сигеү һәм туҡыу сәнғәтенә өйрәнә[2]. Сигеү өсөн станокка тәүге тапҡыр 12 йәшендә ултыра, ә 4 йылдан һуң атаһы уға туҡыу станогын һатып ала һәм уны өйрәтеү өсөн туҡыусылыҡ оҫтаһын яллай[3].
1928 йылда Адавие Евпатория музейының милли сигеү түңәрәген етәкләй[1], сигеү техникаһына өйрәтә. 1930 йылда артель эшсеһе, артабан «Эски Орнек» («Иҫке биҙәк») артелендә сигеү инструкторы була[1]. 1937 йылға ҡәҙәр 500-ән ашыу орнаменттар яһай[2]. 1944 йылда ҡырым татарҙарын депортацилау ваҡытында Сәмәрҡәнд ҡалаһы эргәһендә вафат була[1][3]. Аҡлана[1].
Ижады
үҙгәртергә1935 йылдан Адавие художестволы күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Тәүге һүрәттәре Мәскәүҙә уҙғарылған Ҡырым татарҙары һәм ҡарайымдары халыҡ сәнғәте оҫталарының күргәҙмәһендә, шулай уҡ I Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәттә үҙешмекәрлек күргәҙмәһендә күрһәтелә[2]. Уның орнаменты менән биҙәкләнгән изделиелар Европала һәм АҠШ-та күрһәтелә. Адавие Эфендиева 200-ҙән ашыу орнаменталь композицияның авторы булып тора[1]. Уның әҫәрҙәре араһында — ашъяулыҡ, никах таҫтамалдары, биҙәкле билбауҙар бар[4]. Сәнғәт ғилеме белгесе Исмет Заатов буйынса, уның ижадына һүрәттең аңлайышлығы, үҙенә бер төрлө генә булған композиция хас. Адавие Эфендиева үҙенең композициялары тураһында былай тип һөйләй: «Минең орнаменттарым — минең уйҙарым»[3]. Уның «Промшвей» артеле уҡыусылары араһында Алиева, Бекирова һ.б. бар[5]. Эскиздары һәм һүрәттәре Таврида үҙәк музейы фодтарында (Симферополь) һаҡлана.
-
Композиция (июнь 1943)
-
Вырезка (май 1943)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 В. М. Басиров. ЕФЕНДІ́ЄВА Адавіє (укр.). Енциклопедія сучасної України.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Катерина Качур. «Мої орнаменти — мої думки» — Адавіє Ефендієва (Крим) (укр.). rukotvory.com.ua. 2016 йыл 21 сентябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Заатов И. НАРОДНОЕ И ДЕКОРАТИВНО-ПРИКЛАДНОЕ ИСКУССТВО КРЫМСКИХ ТАТАР .
- ↑ Деятели крымскотатарской культуры (1921—1944 гг.) : Биобиблиографический словарь // Українська біографістика. — 1999. — Вип. 2.
- ↑ Адавие Эфендиева . medeniye.org (2 апрель 2009).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Исмет Заатов. Крымскотатарское декоративно-прикладное и изобразительное искусство. — Симферополь : ТАРПАН, 2003. — 336 с.
- П. Я. Чепурина. Орнаментальное шитьё Крыма. — Москва; Ленинград : Всесоюзное кооперативное объединенное издательство, 1938. — 63 с.
- Творчество крымских вышивальщиц // Красный Крым. — 1936. — 15 нояб.; 1937. — 29 сент.
- Иоффе М. Вышивальщицы // Красный Крым. — 1940. — 8 марта
- П. Чепурина. Творцы орнамента // Красный Крым. — 1940. — 14 марта.
- Крымскотатарские художники : биобиблиограф. словарь / сост. Э. Я. Черкезова. — Симферополь : Доля, 1999