Автоним
Автоним — (грекса autos — үҙем һәм onyma — исем) — псевдоним менән яҙышҡан авторҙың ғәмәлдәге, йәғни паспортындағы ысын исем-фамилияһы. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең исеме, атаһының исеме һәм фамилияһы — Мостафа Сафа улы Кәримов. Башҡорт шағирҙары Назар Нәжмиҙеке — Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов, Муса Ғәлиҙеке — Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев. Татар шағиры Дәрдмәндтеке — Мөхәммәтзаһир Мөхәммәтсадиҡ улы Рәмиев.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006, 8-9сы биттәр