Автограф
Автограф (грекса autos — үҙем, grapho — яҙам) — авторҙың (әҙиптең) үҙ ҡулы менән яҙған ҡулъяҙмаһы йәки китап битенә яҙған яҙыуы. Автограф тип шулай уҡ авторҙың имзаһын, ҡултамғаһын да атайҙар. Күренекле әҙиптәрҙең ҡулъяҙмалары, кемгәлер бүләк итеп биргән китаптары автографлы ҡәҙерле рухи ҡомартҡылар булып иҫәпләнә һәм шәхси китапханаларында һаҡлана.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 1965, 6-сы бит.
- Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө,2006, 8-се бит.