Австрия федераль хөкүмәте
Австрия федераль хөкүмәте (нем. Österreichische Bundesregierung) — Австрия Республикаһында башҡарма власты тормошҡа ашырыусы коллектив орган. Хөкүмәт башлығынан - канцлер, вице-канцлер һәм өлкән министрҙарҙан тора. Австрияның башҡарма тармағын Президент һәм федераль хөкүмәт барлыҡҡа килтерә.
Австрия федераль хөкүмәте нем. Österreichische Bundesregierung | |
---|---|
Дөйөм мәғлүмәт | |
Ил | Австрия |
Штаб-квартира | Вена |
Формалашыуы
үҙгәртергәАвстрия Конституцияһының 1929 йылдағы реформаһынан һуң федераль хөкүмәт ағзалары туранан-тура Австрия президенты (Федераль закондың контроль-күҙәтеү органдары тураһындағы 70-се статьяһына ярашлы, B-VG) тарафынан тәғәйенләнә, әммә Австрия парламентының (Милли совет) ризалығын алырға тейеш, сөнки уның ышанмау вотумы хөкүмәтте кисекмәҫтән таратыуға килтереүе мөмкин. Нығынған тәжрибә буйынса, һуңғы һайлауҙарҙа иң күп тауыш йыйған сәйәси партия лидеры канцлерлыҡҡа кандидат сифатында тауышҡа ҡуйыла (баллотируется); элегерәк был тәжрибәлә ташламалар ҙа булған. Ил президенты теге йәки был кандидатураны хупламау хоҡуғына эйә булһа ла, министрҙарҙың кандидатуралары канцлер тәҡдиме менән парламент аша үткәрелә. Президент теләһә ҡасан канцлерҙы, хатта тотош хөкүмәтте эштән сығара ала, әммә яңы хөкүмәтте парламентты контролдә тотоусы партиялар ғына формалаштырырға тейеш.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хаманн Б. Гитлер в Вене. Портрет диктатора в юности / Ред. М. Зоркая; пер. О. Козонкова. — Ад Маргинем, 2016. — 568 с. — ISBN 978-5-91103-5-307-1[1].
- Kurzbiografie Brigitte Hamann // 3sat. — 2005.