Аврора (Краснодарҙағы кинотеатр)

«Аврора» кинотеатры — Краснодар ҡалаһындағы киң форматлы кинотеатр, ҡаланың архитектура ҡомартҡыһы тип танылған ҡоролма[1].

Кинотеатр бинаһы 1967 йылдың 13 майында файҙаланыуға тапшырыла. Проекттың авторы Сочи «Гипрокоммунстрой» проект институты, ә баш архитекторы — Евгений Александрович Сердюков. 1967 йылдың 14 майында кинотеатрҙа беренсе сеанс үткәрелә, «Аврора уттары» исеме аҫтында фильм күрһәтелә.

1981 йылда край башҡарма комитетының 540-сы һанлы ҡарары менән «Аврора» кинотеатры архитектура ҡомартҡыһы булып таныла[1].

2000-се йылдарҙа кинотеатр реконструкциялана, проекцион һәм тауыш аппаратуралары алмаштырыла, интерьерҙарға ремонт үткәрелә һәм тамаша залында креслолар алмаштырыла.

2009 йылдың ноябрендә кинотеатрҙың ҙур залында цифрлы проектор ҡуйыла, был 2D һәм 3D форматында фильм демонстрациялау мөмкинлеге бирә.

2010 йылдың сентябрендә кинотеатрҙың кесе залы тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Залдың уңайлылығын арттырыу маҡсатында креслолар һаны кәметелә. Ҡоролмалар тулыһынса алмаштырыла: 2D һәм 3D форматта фильм күрһәтеү мөмкинлеге биргән цифрлы проектор ҡуйыла, яңы анатомик креслолар урынлаштырыла, алмаштырғандан һуң экрандың үлсәме байтаҡҡа ҙурыраҡ була.

2015 йылдың 29 ғинуарында кинотеатр реконструкцияға ябыла, ул 2016 йылдың уртаһына тиклем дауам итергә тейеш була, әммә әлегә тиклем кинотеатр ябыҡ һәм финанс булмау сәбәпле реконструкция туҡтатылған. Ремонт барышында кинотеатрҙың фасады һәм Аврора скульптураһы тергеҙелгән, улар икеһе бергә берҙәм архитектура комплексын тәшкил итә[2], әммә кинотеатрҙың эске биҙәлешенә тотонмағандар әле.

Үҙ ваҡыты өсөн кинотеатрҙың архитектура төҙөлөшө уникаль була. Проект буйынса бинаның аҫҡы ҡатының бөтә бүлмәләре лә үтә күренеп торорға тейеш була. Көньяҡ (фасад) һәм эргә ҡабырғалары төрлө ҙурлыҡтағы витрина быялаларынан эшләнгән, ә төньяҡтан юғары вольтлы подстанция монтажлап ҡуйылған. Бинаның фасады яғында фонтандар һәм «Аврора» скульптураһы урынлашҡан, ул 1975 йылда край башҡарма комитетының 63-сө һанлы ҡарары менән сәнғәт ҡомартҡыһы булып танылған.

Кинотеатр ике кино аппараты һәм машина бүлексәһе менән йыһазландырылған, ярҙамсы бүлмәләр 2-се һәм 3-сө ҡатта урынлашҡан.

Кинотеатрҙың ҡыйығында 16 метр бейеклектә һауаны кондициялау һәм елләтеү системаһы урынлашҡан. Тамаша залының ауышлығы икенсенән башлап дүртенсегә тиклем ҡаттарҙы солғап ала

Кинотеатрҙың ике кино залы бар:

  • ҙур — 780 урынлыҡ
  • кесе — 80 урынлыҡ

Кинотеатрҙа үҙгәртеп ҡороу пландары

үҙгәртергә

2007 йылда матбуғатта кинотеатр урынында Эйфель башняһы күренешендәге күп маҡсатлы сауҙа-административ комплексы төҙөү планлаштырыла тигән хәбәрҙәр күренә. Архитектура өлкәһендәге ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, яңы бина (планлаштырылған бейеклеге яҡынса 190 м) бер нисек тә ҡалаһының тарихи йөҙөнә тап килмәй. 2008 йылда төҙөлөш эштәре үткәреүгә конкурс иғлан ителә, әммә 2009 йылда ҡала һәм край етәкселеге кинотеатрҙы үҙгәртеп ҡороу пландарынан баш тарта һәм, бинаны ремонтлау ғына башҡарыла тип иғлан итә[3].

2017 йылдың йәйендә Краснодар крайы губернаторы Кондратьев Вениамин пленар ултырышта, Аврора кинотеатрын реконструкциялау эшенә «Краснодар» футбол клубы башлығы Сергей Галицкий тотона тип белдерә. 2018 йылдың майында Галицкийҙың командаһы кинотеатрҙы реконструкциялау буйынса проект эшенә тотона[4][5]. 2019 йылдың аҙағында эш тамамланыр тип көтөлә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә