Авранло замогы
Авранло ҡәлғәһе (грузин: ციხე ავრანლოს) мегалитик ҡоролма, Грузияның көньяғында Квемо Картли районының Цалка муниципалитетында урынлашҡан. Авранло ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 0,5 км алыҫлыҡтағы таш төҙөлөшө техникаһы ҡулланып төҙөлгән замок ҙур стенанан ғибәрәт. Диңгеҙ кимәленән 1640 метр бейеклектәге замок Кця йылғаһының һул ярында тора, мең йыллыҡтың һуңғы сиреге менән даталана.
Авранло замогы | |
груз. ავრანლოს ციხე | |
Нигеҙләү датаһы | 1 б.э.т. мең йыллыҡ |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Цалкский муниципалитет[d] |
Урын | Kvemo Kartli[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1640 метр |
Етештереү ысулы | циклопическая кладка[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Aвранло өс кимәлле террасаларҙан торған комплекс. Иң аҫҡы ҡатламы тау итәгендә ерҙән өс метр бейеклектә һәм 80 метр оҙонлоҡтағы ярым түңәрәк стенанан тора. Ишеге 1,9 м бейеклектә һәм 1,75 м. киңлектәге монолит менән көпләнгән. Комплекс һәм тауҙар араһында ҙур булмаған урта быуат христиан сиркәүе тора. Шулай уҡ замоктан алыҫ түгел мәмерйә ансамбле урынлашҡан[1]
Икенсе һәм өсөнсө ҡатламдары ла ғәйәт ҙур структуралар. Өсөнсө һәм иң өҫкө ҡатламы тауҙың түбәһендә урынлашҡан. Оҙонлоғо 25 м, киңлеге 18 м һәм планында дүртмөйөш. Стеналарының киңлеге 3 метҙан алып 4 метрға тиклем. Стеналарҙың байтағы зыян күргән, ә бер өлөшө емерелгән. 2006 йылда археологик ҡаҙыныу эштәре барышында мегалитик комплекстан төньяҡҡа ҡарай Караз мәҙәниәте ауылы һәм б.э. тиклем 12-11 быуат некрополе табылған[1][2]
Замок 2007 йылда Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ავრანლოს (თეზი) ციკლოპური ციხე . კულტურული მემკვიდრეობის გის პორტალი [GIS-portal of Cultural Heritage of Georgia]. 2019 йыл 31 июль архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «gis» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Narimanishvili, Goderdzi; Amiranashvili, Juansher; Kvachadze, Marine; Shanshashvili, Nino (2010). "Archaeological sites at Avranlo". Gamkrelidze, Gela; Vickers, Michael (Edl.). Rescue archaeology in Georgia: The Baku-Tblisi-Ceyhan and South Caucasian pipelines (PDF). Tbilisi: Georgian National Museum. ss. 381–409. ISBN 978-99940-980-4-0.
- ↑ List of Immovable Cultural Monuments . National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia.