Авар фольклоры — халыҡ ижады (йырҙар, бейеүҙәр, йолалар), шулай уҡ аварҙарҙың, Кавказдың төп халҡының, хәҙерге Дағста ерле халҡының мифтары һәм легендалары. Авар фольклорының төп жанрҙары — героик йырҙар («Нәҙир шаһ менән алыш» һ. б.), шулай уҡ тарихи йырҙар һәм илауҙар хас (ирҙәр репертуарына инә, инструменталь оҙатыу менән йырлана). Лахъя балай лироэпик йырҙары бар («оҙон йыр»). Ҡатын — ҡыҙ йырҙары-бишек, мөхәббәт, илау-һыҡтау. Йырҙар бер тауышлы, лад нигеҙе — диатоника. Традицион музыка ҡоралдары: сиртеп уйнай торған тамур һәм чугур, һыҙғыслы чагана; тынлы — шантых флейталары һәм лала, көтөүсе парлы телле лалаби, телле ясты-балабан, зурна; һуҡма — тэп дөңгөрө, барабан гавал. Азия гармоникаһы комуз (19 б. урыҫ һалдаттары индергән) һәм балалайка таралған (20 быуат уртаһынан)[1].

Героик йырҙар

үҙгәртергә
Разгром Надир-шаха в Андалале

Надвигаются иранцы.
Как на дне морском песчинок,
Сосчитать их невозможно.
Слышен рокот, словно волны
Разлились живого моря,
Разлились – вот-вот затопят
Наши горы, наши гнезда!
Блещут ратные доспехи,
Копий вырос лес дремучий.
То идут на нас афганцы,
С ними курды и трухменцы,
Посредине выступают
Силачи-мазандаранцы.
Это шахова пехота.

Цитата приводится по книге Альвина Каспари «Покорённый Кавказ»[2]

Нәҙир-шаһ менән алыш

үҙгәртергә

Поэма Дағстан тарихында реаль булған тарихи ваҡиғаны сағылдыра — Нәҙир-шаһтың өсөнсө Дағстан походы. Ул ваҡытта Иран армияһы Дағстан халыҡтарына ҡурҡыныс менән янай. Дағстандың төрлө биләмәләренә язалау экспедициялары үткәреү өсөн уңайлы Дербент районында урынды билдәләп, Нәҙир-шах Аварияға сәфәр ҡыла, ләкин был ынтылыш уңышһыҙ була. Андалал округындағы ҙур хәрби хәрәкәттәрҙән һуң, Чох ауылы янында, Нәҙир-шаһ еңелә һәм сигенергә мәжбүр була[3]. XVIII быуаттың 40-сы йылдары башында унда булған ваҡиғаларға бәйле халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары күп, уларҙың йөкмәткеһе, формаһы буйынса ла ныҡ айырыла. Һәр йәмғиәт, һәр ауыл тексты үҙ мәнфәғәттәренә яраҡлаштыра, уларҙа үҙ халҡының, үҙ геройҙарының ролен һәм әһәмиәтен күрһәтеү маҡсатында үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерә. Беҙҙең көндәрҙә был ҡомартҡыларҙың варианттарының күбәйеүе хас. Хәҙер авар телендә ундан ашыу «Нәҙир-шаһты тар-мар итеү тураһында йырҙар» варианты билдәле, уларҙың күбеһе баҫылып сыҡҡан[4].

Авар балладалары

үҙгәртергә

Авар балладалары сюжеттарында, даргин һәм лак балладаларындағы кеүек үк, хәрәкәттең өҙлөкһөҙлөгө сюжет компоненттарының эҙмә-эҙлелеге, эш-хәрәкәттең үҫеше, ҡайһы берҙә аҙағы менән тап килгән кульминация һәм сиселештәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Урта быуаттарҙа тау халыҡтарының күршеләрсә сауҙа, иҡтисади, мәҙәни һәм көнкүреш бәйләнештәре мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара йоғонтоһона килтерә, һөҙөмтәлә Хочбар тураһындағы авар балладалары һ. б сюжеттары даргиндар һәм лактарҙың фольклорына үтеп инә. Тау халыҡтарының тарихи яҙмыштарының уртаҡлығы, тау традицияларына, ислам диненә нигеҙләнгән тормош һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, әхлаҡтың оҡшашлығы, типология закондары буйынса халыҡ ижадында уртаҡ йәки оҡшаш идеялар, образдар, сюжеттар һәм сюжет мотивтары тыуҙырырға һәләтле, улар артабан быуындарға тау халҡының тормошо һәм әхлаҡлылығы тураһында мәғлүмәт еткерә. Был бәйләнештәр аварҙарҙың даргин фольклорынан «Султан-Ахмед младший», «Юноша из Кумуха и девушка из Азайни» балладаларын һәм авар варианттары барлыҡҡа килеү менән башҡа текстарҙың үҙләштереүенә килтерә.

Мөлкәткә дәғүәләр тураһында балладаларға «Али, оставленный в ущелье» балладаһы инә. Ғаиләлә ҡатын-ҡыҙ хәл иткес роль уйнағанда балладаны анализлау матриархатҡа хас булған мөнәсәбәттәрҙе асыҡлай[5]. Бында бер-береһенә ҡаршы тороу яҡтары булып ағалы-ҡустылар сығыш яһай, өҫтәүенә өлкәндәре кесеһенең дошманы булып тора: егетте яҡын барғыһыҙ тарлауыҡта бикләп, үҙенә үҙе ҡул һалырға мәжбүр итәләр.Бөтә ваҡиғалар ҡустыһы Әли тирәләй бара, ул мәкер һәм ялған ҡорбанына әүерелә. Шулай итеп, әҫәрҙең башынан уҡ кемдең «ыңғай», ә кемдең «кире» персонаж булыуын беләбеҙ. Әммә балладала конфликт сәбәптәрен эҙләү түгел, ә ҡустыһының ғазапланыуын күреү иғтибар үҙәгендә була[6]. Авар халыҡ балладаһына сағыу, күҙгә ташланып торған «факт» — фажиғәле осраҡ булһынмы ул, «ғәҙәти» тәртип тураһында күҙаллауҙы кире ҡаҡҡан ваҡиғаны һүрәтләүгә йүнәлеш хас. Мәҫәлән, «Камалил Башир» балладаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғәҙәти булмаған матурлыҡтағы йәш кешене эҙәрлекләүҙәре һәм бының изгелек менән тамамлана алмауы хаҡында бәйән ителә: рәнйетелгән ирҙәр, атайҙар, Камалдың ағай-энеләренең талабы буйынса, «ҡан тамыры булмаһын» өсөн, үҙ ҡулдары менән улдарын үлтерергә мәжбүр була[7].

Авар мәҡәлдәре һәм әйтемдәре

үҙгәртергә

Авар мәҡәлдәре һәм әйтемдәренең тәүге ике йыйынтығын Зәйербәк Алиханов төҙөй. Унда тематик бүлектәр төрлө күләмдә күрһәтелгән. 1963 йылғы йыйынтыҡта улар һигеҙ, ә 1973 йылда тулыландырылған һәм баҫылып сыҡҡан йыйынтыҡта — егерме ике. Әйтергә кәрәк, Дағстан халыҡтарының мәҡәлдәрендә уртаҡлыҡтар күп, улар тематик яҡтан яҡын, йөкмәткеһе буйынса оҡшаш, ә ҡайһы берҙә һүҙмә-һүҙ бер-береһен ҡабатлай. Мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә Дағстан тарихының төп этаптары, атап әйткәндә, Авария сағыла: мосолманлыҡты ҡабул итеү, сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы көрәш, Кавказ һуғышы, милли-азатлыҡ хәрәкәттәре, күрше халыҡтар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр. Ҡайһы берҙә мәҡәлдәрҙә Дағстан ысынбарлығынан бик алыҫ булған ваҡиғалар ҙа сағылдырыла[8].

Авар «Чиясе гъереси бщарас дуеги бицунеб, чиясе хияпат гьабурас дуеги гьабулеб» — «Икенсе берәүгә алдаған кеше һиңә лә ялғанлай, икенсе берәүгә хыянат иткән, һиңә лә хыянат итәсәк мәҡәленең сығышы — унан сыҡҡан риүәйәт түбәндәгесә аңлатыла: Александр Македонский һәм фарсы шаһы Дарий араһындағы алыш ҡан ҡойғос характерҙа була. Бер яҡ та икенсеһен еңә алмай. Шул саҡта Македонский шаһтың хеҙмәтсеһенә хужаһын ауыр йәрәхәтләһен өсөн затлы әйберҙәр вәғәҙә итә. Әсиргә алынған шаһҡа Александр былай тип әйтә: «Аллаға шөкөр, һин минең ҡулдан түгел, ә үҙ хеҙмәтсеңдең ҡулынан үләһең»,— тигән. Быға шаһ былай тип яуап бирә: «Рәхмәт һиңә, батыр кеше, әммә һин һәр ваҡыт иҫеңдә тот: кем икенсе кешегә ялғанлыҡ ҡыла, һиңә лә ҡыласаҡ, кем башҡаға хыянат итә, һиңә лә хыянат итәсәк».

Илһөйәрлек, тыуған ергә һәм тыуған усаҡҡа һөйөү темаһы сәнғәттә һәм әҙәбиәттә нигеҙ булып тора. Тарихы сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы үҙенең азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо, милли дәрәжәһе өсөн өҙлөкһөҙ көрәш булып торған Дағстан халыҡтары өсөн ул айырыуса көнүҙәк. "Bamlan гьеч1ев чи - чед гьеч1еб таргъа". — « Тыуған төйәкһеҙ кеше, икмәкһеҙ муҡса кеүек»

Кешеләрҙең хеҙмәт эшмәкәрлеге уларға үҙенсәлекле йоғонто яһай. Кеше эшмәкәрлегенең нигеҙендә хеҙмәт ята, сөнки унһыҙ үҙеңә һәм ғаиләне ҡарау мөмкин түгел. Күп кенә авар мәҡәлдәре — был хеҙмәткә гимн: "ЗахIматалъ цагъур ц1ола, царгыща рукъзал рала". — "Хеҙмәт бураларҙы тултыра, ә буралар йорттар төҙөй".

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. АВАРЦЫ • Большая российская энциклопедия - электронная версия 2022 йыл 30 апрель архивланған.
  2. Покоренный Кавказ [Текст] : [Борьба за Кавказ, великие подвиги русских полководцев и воинов, умиротворение Кавказа, благополучие великолепного края : очерки] / [сост.] Альвин Каспари. - Москва : Центрполиграф, cop. 2016. - 574 с.
  3. Магомедов Гусейн Анверович Борьба горцев Дагестана с иранскими полчищами и разгром войск Надир-шаха в лагере «Иран-Хараб» // ИАЭК. 2010. № 23.
  4. Исламмагомедов А. И. Андалалское сражение и его значение в борьбе народов Дагестана против Надир-шаха // ИАЭК. 2005.
  5. Аварская баллада : общее и локально-особенное : автореферат дис. … кандидата филологических наук : 10.01.09 / Магомедова Разият Мусашейховна; [Место защиты: Ин-т яз., лит. и искусства им. Г. Цадасы]. — Махачкала, 2008. — 28 с
  6. А. М. Абдусаламов, РОЛЬ ФОЛЬКЛОРНОЙ ЭСТЕТИКИ В СТАНОВЛЕНИИ АВАРСКОЙ ХУДОЖЕСТВЕННОЙ ПРОЗЫ / ВЕСТНИК ДАГЕСТАНСКОГО НАУЧНОГО ЦЕНТРА. 2015. № 56. С. 124—130
  7. Героические песни и баллады аварцев: тексты, переводы, комментарии / сост. А. А. Ахлаков. Махачкала, 2003. С. 225—229.
  8. Абдулаева, Резеда Нигматулаевна. Идейно-тематическое и художественное своеобразие аварских пословиц, поговорок и загадок : диссертация … кандидата филологических наук : 10.01.09. — Махачкала, 2005. — 154 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә