Абули ҡәлғәһе — Кесе Абули тауында диңгеҙ кимәленән 2670 метр бейеклектә урынлашҡан. Мегалитик ҡәлғә бронза быуат дәүерендә төҙөлгән. Шаори ҡәлғәһен ныҡ хәтерләтә.

Абули ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Абули ҡәлғәһе Викимилектә

Архитектураһы үҙгәртергә

Абули ҡәлғәһе ныҡ ҙур һәм ҡатмарлы. Ҡәлғә ҡулса формаһында. Эсендә башня һәм тораҡ биналарҙы айырырға мөмкин. Стеналары һәм башнялары цемент ҡулланылмайынса яҫы таштарҙан һалынған. Стеналары ныҡ ҡалын.

Ҡайһы бер урындарында стеналарының бейеклеге 5 м, ә киңлеге 3 метрға тиклем етә. Майҙаны 60×40. Стеналары эсе тығыҙ төҙөлгән, унда ниндәйҙер стеналар, коридорҙар һәм башҡа күп һанлы бүлмәләр булған. Бер бүлмәлә иҙән хатта яҫы плита менән тигеҙләнгән. Һәр бер стенаға бер өй төкәтеп эшләнгән, һәм был өйҙәр унлаған, хатта йөҙләгән иҫәпләнә. Шулай итеп был ҙур ҡәлғә лә һәм уның янындағы ҙур ҡала ла булып тора.


Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • დ. ბერძენიშვილი, «ჯავახეთის ძველი სიმაგრეები. ჯავახეთი. ისტორია და თანამედროვეობა» გვ. 181—203 — ახალციხე. 2002 წ.

Һылтанмалар үҙгәртергә