Абзал (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Абзал — башҡорт һәм төрки исем, мосолман ир-ат исеме.

Абзал

Этимологияһы

үҙгәртергә

Абзал исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм «иң яҡшы, иң һәйбәт» тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Абзалов Дмитрий Габит улы — Билдәле Рәсәй политологы., стратегик коммуникациялар үҙәге президенты вазифаһын биләй.

Абзалов Рем Абзалович (15 июнь 1914, Даръя өлкәһе, Рәсәй империяһы — 7 февраль 1983, Ташкентта, Үзбәк ССР-Ы) — майор, Советтар союзы геройы (1945).

Абзалимов Рәмил улы. Физика-математика фәндәре кандидаты, доцент кафедра математика, Өфө дәүләт нефть техник университеты]]

Абзалов Ралит Мөнир улы (1939—1985). Географ, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1974). Сығышы менән Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.

Абзалов Фәтих Р .(1912—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 3-сө эскадронында отделение командиры. Сержант.


Атаһының исеме

үҙгәртергә

Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы. (7 октябрь 1951 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Абзал (рус. Абдан) — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Ҡыялы Бүртә йылғаһына һул яҡтан тамағынан 46 км алыҫлыҡта ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ