Абдулла Мостаев — 1773—1775 йылдарҙағы ихтилал (Крәҫтиәндәр һуғышы) етәкселәренең береһе, Емельян Пугачев армияһы полковнигы.

Абдулла Мостаев
Тыуған урыны

Сығышы менән Өфө провинцияһының яһаҡлы татарҙарынан

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Сығышы менән Өфө провинцияһының яһаҡлы татарҙарынан. 1774 йылдың баштарында Ҡазан даруғаһындағы баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе. Шул уҡ йылдың йәйендә Бәхтейәр Ҡанҡаевтың йыйылма отрядында була, баш күтәреүселәр ғәскәренә крәҫтиәндәрҙән отрядттар ойоштора. Һәм шул отрядтары менән Кама һәм Вятка йылғалары арауығындағы кисеүҙәрҙе һәм юлдарҙы һаҡлай. Бәхтейәр Ҡанҡаев отряды менән берләшеп баш күтәреүселәрҙең Волгаға хәүефһеҙ сигенеүен тәьмин итә. 27 июлдә Ҡазан губернаһының Зюри ауылы янында баш күтәреүселәрҙең йыйылма отрядын С. В. Неклюдов етәкселегендәге батша ғәскәрҙәре ҡыйрата. Абдулла Мостаевтың артабанғы яҙмышы әлегә билдәһеҙ.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә