Škoda Auto

(Škoda битенән йүнәлтелде)

Škoda Auto (башҡортса әйтелеше: Шко́да А́вто) — Škoda маркаһында еңел автомобильдәр етештереүсе сауҙа чех автомобиль төҙөүсөләре компанияһы. Ойошма Рәсәйҙәге Берләштерелгән машиналар эшләү заводтары (Уралмаш-Ижора) ААЙ ҡулында (Газпромбанк активы). Штаб-фатиры Млада-Болеслав ҡалаһында урынлашҡан (Чехия).

Škoda Auto
Тип

Асыҡ компания

Нигеҙләнгән

1895

Уранлашыуы

Чехия Чехия: Млада-Болеслав, Урта Чехия крайы

Төп фигуралар

Детлеф Виттиг (Detlef Wittig, директорҙар советы рәйесе), Винфрид Фаланд (генераль директор)

Тармаҡ

Автомобиль сәнәғәте

Продукция

Еңел һәм комерция автомобилдәре

Әйләнеш

187,858 млрд крона (2009)[1]

Операцион килем

203 млн евро (2009 год)[2]

Килем

3,462 млрд крона (2009 год)[1]

Хеҙмәткәрҙәр һаны

26 153 кеше (2009 год)[1]

Материнская компания

Volkswagen AG

Сайт

skoda-avto.ru

 Škoda Auto Викимилектә
Автодрезина Škoda 1202 автомобиль базаһында

Компания логотибы итеп 1926 йылда ҡанатлы уҡ һайланған. Уның тәүге эскизы 1915 һәм 1920 йылдар арауығында Maglie әфәнде тарафынан эшләнгән.[3][4]

 
Škoda Superb

Шкода маркалы автомомилдәр сығарыу тарихы 1895 йылда чех ҡалаһы Млада-Болеслав та башлана. Механик Вацлав Лаурин һәм китаптар менән һатыу итеүсе Вацлав Клемент, икеһе лә велосипед менән мауыға. Улар шәхси концтрукциялары менән велосипед етештерә башлай. Уны илһөйәрҙәр булараҡ — Славия тип атайҙар. Уларҙың хеҙмәте уңышлы барып сыға. 1899 йылда улар төҙөгәнLaurin & Klement Co фирмаһы мотоциклдар етештерә башлай. Улар сығарған мотоциклдар менән ярышыусылар донъя кимәлендәге ярыштарҙа урындар яулай.Быуат ағымында ул компания тағы ла бик мөһим аҙымға бара - машиналар сығарыу яйға һалына. Беренселәрҙән булып 1905 йылда сығарылған Лoiturette A автомобиле комерция уңыштары килтерә. Һәм чех машинаһының данын күтәрә. Донъя баҙарында бик тиҙ танылыу ала. Австро-Венгрия монархияһының Богемо короллеген сәнәғәт буйынса үҫешкән регион тип таныта. Предприятиенең үҫешеүе ғаилә предприятиеһы формаһында ғына булыуы тығыҙая. Яңы бейеклеккә күсергә кәрәк була. 1907 йылда L & K компаниеһы барлыҡҡа килә. Яңы Faeton моделе уйлап сығарыла. 1914 йылғы һуғыштан һуң компание хәрби машиналар етештереүҙә ҡатнаша. Үҙенең позицияһын һаҡлар ҡалыу һәм үҫешеү өсөн L & K көслө партнерҙар эҙләй. 1925-1929 йылдар араһында фирма маркаһы менән 2985 дана машина етештерә. Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында етештереү туҡтап тора.

«Шкода-Пльзень»

үҙгәртергә

1923 йылдың 15 декабрендә чех ҡалаһы Пльзендә автомобиль төҙөүсе фирма «Шкода»ның эмблемаһы теркәлә. Йәш инженер Эмиль Шкода 1869 йылда Пльзень ҡалаһында бәләкәй генә механика заводы ала. Тора- бара завод Австро-Венгрия империяһында иү эре машина етештереүсе предприятиеға әйләнә.

1992 1993 1994 1995 1996 1997 1998 1999 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011[5]
Саф килем, млрд кроналар[6] 4,18 -4,26 -2,37 -1,62 0,16 1,17 2,24 2,64 3,34 2,13 1,83 1,48 3,37 7,89 11,06 15,98 10,82 3,46 8,84 16,1

Продукция

үҙгәртергә

Автомобилдәр

үҙгәртергә

Автобустар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 ČTK «Škodě Auto loni klesl zisk o 68 procent» // «E15.cz», 22.03.2010. (чех.)
  2. ČTK «Provozní zisk Škody Auto klesl o dvě třetiny» // «E15», 12.03.2010. (чех.)
  3. 2014 йыл 14 май [https://web.archive.org/web/20140514033110/http://www.company-name-generator.com/blog/the-history-of-skoda-logo/ архивланған. 2014 йыл 14 май архивланған. 2014 йыл 14 май архивланған. 2014 йыл 14 май архивланған. 2014 йыл 14 май архивланған. 2014 йыл 14 май архивланған. 2014 йыл 14 май архивланған. 2014 йыл 14 май архивланған. 2014 йыл 14 май архивланған. 2014 йыл 14 май архивланған. The history of SKODA logo // company-name-generator.com  (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2012)  (инг.)] 2014 йыл 14 май архивланған.
  4. Skoda — история логотипа // faq.skoda-club.ru, 24.09.2006.
  5. SAL «Zisk Škody se loni přehoupl přes 16 miliard, nejvíce rostla v Rusku» // «E15.cz», 21.03.2012. (чех.)
  6. «E15», «Škoda Auto: od vtipů k vlajkové lodi», 11 апреля 2011 (чех.)
  7. Как сказано в описании файла Autobus Jenišovice.JPG, Sodomka фирмаһының боронғо оригиналь куэовы менән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә