«Һәләк булған яугирҙарға» мемориаль комплексы (Дондағы Ростов)

«Һәләк булған яугирҙарға» мемориаль комплексы комплексы  — Дондағы Ростовта Карл Маркс майҙанындағы Фрунзе исемендәге скверҙа урынлашҡан мәңгелек уты булған һәйкәл. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәм тыныс халыҡҡа арнала. Һәйкәл 1969 йылда асыла. Мемориал авторҙары — Ростов скульпторҙары Э. Г. Мирзоев менән А. В. Васильев һәм архитектор Л. В. Симоненко[1]. 1975 йылдан алып мәңгелек ут эргәһендә 1-се пост ойошторолған. «Һәләк булған яугирҙарға» мемориаль комплексы урындағы әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[2].

Иҫтәлекле урын
«Һәләк булған яугирҙарға» мемориаль комплексы
Файл:Вечный Огонь в Ростове-на-Дону.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Карл Маркс майҙаны
Проект авторы Э. Г. Мирзоев,
А. В. Симоненко

1943 йылда ҡала азат ителгәс, Фрунзе исемендәге скверҙа оккупация осоронда һәм Ростов өсөн алыштарҙа һәләк булған 300-ҙән ашыу совет һалдаты һәм тыныс халыҡ туғандар ҡәберлегенә ерләнә. 1957 йылдың апрелендә туғандар ҡәберлеге эргәһендә һәйкәл ҡуйыла. 1959 йылдың 9 майында бында мәңгелек ут тоҡандырыла[3]. Уны яндырыу хоҡуғы Советтар Союзы Геройҙары П. А. Самохинға һәм Н. Н. Павленкоға бирелә[4]. Әлеге һынланышында мемориал 1969 йылда эшләнә, бер нисә тапҡыр реконструкциялана. 1975 йылдың 9 майынан мәңгелек ут янында 1-се пост эшләй. Ростов мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, мемориалы эргәһендә ҡарауылда тора.

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Мемориал ҙур дәүмәлле бетон ярымҡулсанан ғибәрәт, уны ике терүә тотоп тора. Ҡулсаның эске яғында хәсрәтле Ватан-Әсә һүрәтләнгән метал барельеф ҡуйылған. Уның уң ҡулында — лавр ботағы. Ҡулса уртаһында мәңгелек ут яна. Ул биш сатлы йондоҙ менән тирәсләнгән. Йондоҙ 45 штык өҫтөндә урынлашҡан. Мемориал авторҙарының идеяһы буйынса, ярымҡулса көс ҡулланып өҙөлгән ғүмерҙәрҙе символлаштыра.

  • Зубков, А. И. Колокола памяти — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1985. — 41с. : ил.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Андрианов В. И., Терещенко А. Г. Партизанам-подпольщикам // Памятники Дона. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1981.
  2. Пролетарский район. rostov-gorod.ru. Дата обращения: 5 август 2013.
  3. В караул с адвокатом. Российская газета (15 апрель 2011). Дата обращения: 11 август 2013.
  4. Памятник погибшим воинам ВОВ -"Вечный огонь". Официальный портал городской Думы и Администрации города. Дата обращения: 11 август 2013.