«Һомай» сәнғәттәр музейы
Жанатай Шарденов исемендәге «Һомай» сәнғәттәр музейы — Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында иң ҙур шәхси музей, Шарденов Жанатай хөрмәтенә аталған.
«Һомай» сәнғәттәр музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 2002 |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Тарихы
үҙгәртергә«Һомай» сәнғәт музейы Ю.А. Кошкин хәйриә программаһы сиктәрендә Алматының элекке НКВД-КГБ бинаһында асыла, ул музейға билдәле рәссамдарҙың, шул иҫәптән Жанатай Шарденовтың бай коллекцияһын тапшыра. Күренекле ҡаҙаҡ рәссамы Жанатай Шарденов хөрмәтенә музей уның исеме менән атала. 2002 йылда музей рәссамдың 75-йәшлек юбилейына арнап, ҙур шәхси күргәҙмәһен уҙғара[1]
Музей янында художество мәктәбе асыла, унда бер үк ваҡытта 200 уҡыусы уҡый
2006 йылдан алып 2008 йылға тиклем музей бинаға ҡағылышлы суд эштәре арҡаһында эшләмәй. Был осорҙа сәнғәт мәктәбе Ҡаҙаҡ архитектура-төҙөлөш академияһының бинаһын ҡуртымға ала. Тикшереү ваҡытында һыу, электр һәм йылылыҡ туҡтатыла, тарихи бинаның торошо насарая. Судта еңеп сыҡҡандан һуң музей милексеһе бинаны һәм музей коллекцияһын һатырға теләй, сөнки күп халыҡ-ара бәйләнештәр юҡҡа сыға.[2]
Әммә сәнғәт музейы үҙенең эшен дауам итә. Мәҫәлән, 2011 йылда һәләтле балаларға ярҙам йөҙөнән социаль-хәйриә проекты сиктәрендә 17 йәшкә тиклем йәш рәссамдарҙың график эштәре күргәҙмәһе үтә[3].
Экспозицияһы
үҙгәртергәБыл музейҙа билдәле Жанатай Шарденов, Юрий Кошкин, Арыстан Шарденов, Дәриғә Назарбаева, Альжан Шәмиев, Нурлан Смагулов, Ричард Спунер кеүек рәссамдарҙың эштәре ҡуйылған[4]. Музей коллекцияһында соцреализм, завод, ауыл темаһына яҙылған пейзаждар, тыуған ерҙең матурлығын асыу темаһын сағылдырған эштәр бар. Был темаға ҡағылышлы 2000-гә яҡын картина иҫәпләнә[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Музей искусства УМАЙ им. Ж. Шарденова в Алматы(недоступная ссылка)
- ↑ Крупнейший в Казахстане частный музей прекращает свое существование 2010 йыл 27 ноябрь архивланған.
- ↑ В Алматы открылась выставка графических рисунков, выполненных на компьютере(недоступная ссылка)
- ↑ Музей искусств "Умай" им. Ж. Шарденова
- ↑ Музеи Культурной Столицы