«Ҡайғылы әсә» мемориалы (Өфө)
«Ҡайғылы әсә» мемориалы — Башҡортостандан китеп, локаль хәрби конфликттарҙа һәләк булған яугирҙарға бағышланған мемориал.
Һәйкәл | |
«Ҡайғылы әсә» мемориалы (Өфө)
| |
«Ҡайғылы әсә» мемориалы | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Өфө |
Өфө ҡалаһының Еңеү паркы алдында, Комаров урамында, 2003 йылдың октябрендә асылған. Мемориалдың авторы — Николай Александрович Калинушкин . Эскизы 1998 йылда, Еңеү Паркын төҙөүҙе тамамлау менән, яһалған булған.
Һәйкәл — хәрби конфликттарҙа һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙға бағышланған мемориалдың бер өлөшө. Ғибәҙәтхана көмбәҙен хәтерләткән иҫтәлекле ҡоролманың эске өлөшөндәге аҫҡуймала — балаһын юғалтҡан бар әсәләрҙең ҡайғыһын сағылдырған бронза һын. Һәйкәл эргәһендә ҡара граниттан 60 шаҡмаҡ таҡта — 1951 йылдан 2003 йылға тиклем Башҡортостандан һалдат булып китеп хәрби конфликттарҙа һәләк булған 685 егеттең исемдәре яҙылған. Көмбәҙҙең фронтонына тоноҡ алһыу быяла һыҙаттар ҡуйылған.
Әсә баҫып торған көмбәҙҙең ике яғындағы ҡара мәрмәр диуарына урыҫ һәм башҡорт телдәрендә шиғырҙар уйып яҙылған.
|
|
Шиғырҙы башҡортсаға Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы шағирә Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән. Мемориал авторы Н. А. Калинушкиндың исеме һәйкәл артындағы суйын таҡтаға яҙылған.
Һәйкәлдәге шиғырҙар тураһында
үҙгәртергәҺәйкәлдәге шиғырҙың башҡортса тәржемәһе авторы шағирә Гүзәл Ситдиҡова ошондай иҫтәлек ҡалдырған:
Көтмәгәндә килеп сыҡты был хәл. Ул ваҡытта һөнәри рәүештә Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтайы депутаты булып эшләп йөрөй инем. Бер көн коллегам Дмитрий Николаевич Купцов килеп инде. Ул афған һуғышында булған, локаль һуғыштарҙа һәм конфликттарҙа, Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға социаль ярҙам күрһәтеү фонды рәйесе ине.
Ул миңә ҡағыҙ һондо: — Гүзәл Рамаҙановна, һәйкәл асырға йөрөйбөҙ, унда ошо шиғыр яҙылырға тейеш. Тәржемә итеп бирегеҙ инде, зинһар.
Мин уңайһыҙланып киттем:
— Дмитрий Николаевич, һәйкәл бит бик етди ҡомартҡы! Уны беҙҙең күренекле шағирҙарға тәржемә итергә биреү дөрөҫ булыр…
Ул хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән өҙөп кенә яуапланы:
— Юҡ, беҙ хәл иттек инде — уны һеҙ тәржемә итергә тейешһегеҙ! Ваҡыт тар, бөгөн үк тотоноғоҙ, сөнки асыу ваҡыты билдәләнгән дә инде, рәссамға һуңламай эшкә тотонорға кәрәк!
— Авторы кем был шиғырҙың? — тип һораным.
— "Афған"да ҡатнашҡан кеше. Быныһы мөһим түгел. Беҙҙекеләргә оҡшаны — шул мөһим. Үҙе кисергәнде яҙған.
Алып уҡый башлағас, күҙҙәремә йәш тулды — минең дә ике яҡын туғаным әрме хеҙмәтендә ятып ҡалды бит… Уларҙы күҙ алдына килтереп, йөрәгем аша үткәреп, тәүге ике юлды аҡ ҡағыҙға төшөрҙөм . Шунан инде әллә яҙҙым, әллә яҙманым — туғандарымдың халәтен һүрәтләнем дә сыҡтым.[1]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Памятники монументального искусства Уфы 2008 йыл 3 апрель архивланған.
- Панорама мемориала 2012 йыл 1 август архивланған.
- «Бельские просторы», № 2, 2007 г.
- Ситдиҡова Гүзәл. Беҙҙе үлем ала алмай хәтер тере тотҡан саҡта. — «Башҡортостан», 2013, 23 февраль 2016 йыл 11 июнь архивланған.