«Тумо» ижади технологиялар үҙәге
«Тумо» ижади технологиялар үҙәге (әрм. Թումո ստեղծարար տեխնոլոգիաների կենտրոն) — Әрмәнстандың Ереван ҡалаһындағы уҡытыу үҙәге. 2011 йылда нигеҙләнә. 12 −18 йәшлектәрҙе заманса технологиялар ҡулланып, IT өлкәһендә эшләргә өйрәтә[1].
«Тумо» ижади технологиялар үҙәге | |
әрм. Թումո ստեղծարար տեխնոլոգիաների կենտրոն ингл. Tumo Center for Creative Technologies | |
Нигеҙләү датаһы | 2011 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Simonian Educational Foundation[d] |
Дәүләт | Әрмәнстан |
Административ-территориаль берәмек | Ереван |
Адрес | Ереван |
Рәсми сайт | tumo.org |
«Тумо» ижади технологиялар үҙәге Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә«Тумо» тәүҙә үҫмерҙәр өсөн мәктәпте тамамлағандан һуң белем биреү үҙәге булараҡ уйланыла. Уға әрмән сығышлы Америка эшҡыуары Сэм Симонянин нигеҙ һала. Төҙөлөш 2003 йылда башлана һәм 2009—2010 йылдарҙа тамамлана[2]. «Тумо» үҙәге 2011 йылдың 14 авгусында асыла һәм унда рок-музыканттар Серж Танкян, Dorians концерт менән сығыш яһай[3].
Тәүге 5 йыл эсендә үҙәктә 10 меңдән ашыу кеше белем ала. 2016 йылда «Тумо» ижади технологиялар үҙәге француз журналы «We demain» төҙөгән донъяның инновацион мәктәптәре рейтингында беренсе урынға сыға[4].
Белем биреү
үҙгәртергәҮҙәктә белем алыу дүрт йүнәлеш буйынса ойошторолған: анимация, уйындар эшләү, веб-әҙерләмәләр һәм һанлы киң мәғлүмәт саралары. Шулай уҡ бейеү, спорт һәм музыка дәрестәренә иғтибар бүленә. Мотлаҡ дисциплиналар буйынса дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үтә. Белем алыу циклы ике йыл дауам итә[5].
«Тумо» үҙәге Ливан архитекторы Бернар Хури проекты буйынса төҙөлгән заманса бинаның тәүге ике ҡатында 6000 квадрат метр майҙанды биләй[6]. Ҡалған ҡаттар ҡуртымға бирелә, ошо килемдәр үҙәктең бюджетын булдыра.
Киңәйеүе
үҙгәртергә2013 йылдың ғинуарында, Әрмәнстан үҙәк банкы ярҙамы менән «Тумо» Дилижанда белем алыу программаһын аса. 2015 йылдың майында Бөтә Әрмәнтан хәйриә фонды менән партнерлыҡта Гюмриҙа филиал аса[7]. 2015 йылдың сентябрендә Таулы Ҡарабахтың Степанакерт ҡалаһында филиал асыла[8][9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Tumo Center for Creative Technologies to Open in Yerevan, Armenia . PR Newswire (29 июнь 2011).
- ↑ Tumo Center: Closing the Cycle, Keeping Armenia’s Youth Engaged . The American Times (24 апрель 2013). 2020 йыл 14 август архивланған.
- ↑ Tumo's Grand Opening in Yerevan . Tumo (14 август 2011). Архивировано 2 декабрь 2013 года. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ Армянский центр «Тумо» возглавил рейтинг самых инновационных школ мира по версии журнала We Demain // newsarmenia.am
- ↑ Barsoumian, Nanore Students Create Own Career Path in Armenia . The Armenian Weekly (4 октябрь 2013).
- ↑ «В „Тумо“ ребята начинают понимать, что в мире намного больше возможностей, чем им казалось ранее» 2017 йыл 18 апрель архивланған. // express.am
- ↑ Gyumri Tumo Center to Open in Spring 2015 . Asbarez (14 ноябрь 2014).(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)
- ↑ Tumo Center Opens in Stepanakert (1 September 2015). 2017 йыл 6 октябрь архивланған.
- ↑ Stepanakert "Tumo" Center is planned to be launched in September . Armenpress (13 август 2015).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт (инг.)(инг.)